0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
21 Август 2020, 12:00

«Завет» хужалығында уңыш йыйыу дөргөн бара

Әлдән-әле яуып киткән ямғырҙарҙан һуң ҡояш сығып, бер аҙ елләтеүе була, баҫыуҙар тағы ла комбайн-трактор, машиналар тауышына күмелә. Районда ҡайҙалыр иген, техник культуралар баш ҡоҫоп, уларҙы урып-һуғыуға төшһәләр, кемдер киләһе йыл уңышына ужымға орлоҡ сәсә, өсөнсөләр мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл, был ер эштәрен бер юлы алып барған хужалыҡтар, фермерҙар ҙа бар.

«Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыуҙарында ла мал аҙығы әҙерләү дәррәү бара, уның менән бер рәттән иген культураларын сабырға төшкәндәр. Хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары Сәғит Хафизов менән Азат Ибраһимов үҙҙәренең МТЗ тракторҙарына эленгән сапҡыс менән һолоно яҫмаларға һалған, уны сабып бөтөү менән етенгә төшәсәктәр.
— Ямғырҙар йышайыуы эштәрҙе туҡтатты. Шулай ҙа көндәр аяҙыу менән комбайндар һолоно йыйып-һуғыуға төшөүгә тулы әҙерлектә, башҡа культуралар үҫкән баҫыуҙарҙың ситтәре сабып сығылды, — тип таныштыра үҙ хужалығындағы эштәр менән Ғ. С. Ғәлләмов. — Әлегә сенаж һалыу менән мәшғүлбеҙ. Эштең уңышының күпселек өлөшө механизаторҙарға бәйле, уларҙың тәжрибәле һәм оҫта булыуҙарын билдәләп үтеү мөһим: бөгөн сенаж сапһалар йә иген урһалар, иртәгә, кәрәк икән, комбайнға ултыралар.
Көнбағышты сенажға ком-байнсы Дамир Шаһивәлиев сабып, машинаға тейәп, оҙатып бара. КамАЗ водителдәре Захар Евстифеев менән Дамир Һат-лыҡов йәшел массаны ферма ихатаһындағы сенаж соҡорона ташып тора.
Килтереп ауҙарылған йәшел массаны көрәк эленгән ДТ тракторында Фәрит Абдрахманов тигеҙләп таратыу менән Хөсәйен Махийәнов «Байкал ЭМ» консерватын тейешле миҡдарҙа һыу менән иҙеп, сенажға һиптерә.
Был минераль өҫтәмә аҙыҡта органик кислоталарҙың тупланыуына һәм туҡлыҡлы матдәләрҙең һаҡланыуына кил-терә, шуның менән малдарҙың яҡшыраҡ ашауына һәм һөҙөмтәлә уларҙың продуктлылығын күтәреүгә булышлыҡ итә икән. Аңлатыуҙарынса, бындай консервант ҡушылған аҙыҡты ашаған быҙауҙарҙың тәүлеккә артым күрһәткесе юғарыраҡ була, һыйырҙар ҙа һөттө күберәк бирә һәм продукцияның ҡуйылығы арта.
Консервант ҡушылған йәшел массаны Азат Ибраһимов Т-150 тракторы менән тапата бара.
— Ғөмүмән, һәр кем үҙенә ҡушылған эште урын-еренә еткереп башҡара, уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһенә малдарҙы уңышлы ҡышлатыу менән бергә, һыйырҙарҙан һөт, тана-торпонан артым алыу күләме лә бәйле, — ти хужалыҡ етәксеһе.
Ғамир Сәлмән улы әйтеүенсә, йылдың ҡатмарлы килеүе сәбәпле планлаштырылған уңышты алып булмаясаҡ.
— Йылылыҡ яратҡан культура булараҡ, арпаны, ғәҙәттә, һуңыраҡ сәсәбеҙ. Быйыл уны сәскәндән һуң, яуым-төшөм булманы, тупраҡтағы дым шытып сығыуға етмәгәндер инде, күрәһең, һөҙөмтәлә 612 гектар майҙанға ултыртылған арпа сыҡманы. Күпме орлоҡ материалы, техникаға яғыулыҡ әрәм булды, — ти әсенеп етәксе. — Шулай ҙа һуңғы ямғырҙар һөҙөмтәһендә күтәрелһә, уны, һуңлап булһа ла, бесәнгә сабырға ниәтләйбеҙ.
Эйе, май айынан алып, йәғни сәсеү кампанияһы тамамланғаны бирле ямғырҙарҙың булмауы, июндәге ҡоро көндәр, июлдәге эҫелек арҡаһында үлән яҡшылап үҫмәне, иген баҫыуҙары ҙур зыян күрҙе. Июль уртаһынан яуған ямғырҙар хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алманы.
Ҡоролоҡтан күрелгән зыян күләмен билдәләү буйынса комиссия район баҫыуҙарын ҡарап сығып, акттар төҙөгән. Әммә аграрийҙар зыяндың ҡапланыуына ҙур өмөттәр бағламай.
Күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән баҫыуҙарында бесән күп түгел. Шулай ҙа бөгөнгө көнгә механизаторҙарҙың, водител-дәрҙең тырышлығы менән «Завет» ЯСЙ-һында 300 тонна бесән әҙерләнгән, тағы 1200 тонна тупларға иҫәп тоталар. 900 тонна сенаж һалынған, һутлы аҙыҡ сәселгән баҫыуҙарҙы сабып, өҫтәмә рәүештә тағы бер мең тонна тупларға тигән ышаныста йәшәй аграрийҙар.
— Йыл нисек кенә ауыр килмәһен, мал һанын һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин тиклем аҙыҡ запасы туплау мөһим. Сөнки фермалар — халыҡ өсөн эш урыны. Дөйөм алғанда, бөгөн хужалыҡта 70-кә яҡын кеше эшләй. Уларҙың һәр береһенең ғаиләһе бар. Шул уҡ ваҡытта эшмәкәрлегебеҙ һөҙөмтәһендә район бюджетына эш хаҡынан ғына йылына 2 миллион һум тирәһе һалым түләйбеҙ, йәғни Әбйәлилдең үҫешенә лә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, — ти Ғамир Сәлмән улы.
Әйткәндәй, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында уңыш йыйыу бер аҙ тотҡарланыуын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, яҡын көндәрҙә лә яуым-төшөм көтөлөүе сәбәпле, игенде еүеш көйө йыйып алырға һәм киптерергә тура киләсәк.
Илшат Илдус улы уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса алдынғы хеҙмәткәрҙәр билдәлә-нәсәк һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ, тине
— Беҙ ауыл халҡына ҙур ышаныс менән ҡарайбыҙ. Тәүге ярты йылда билдәле сәбәптәр буйынса сәнәғәт етештереүе индексы әҙерәк кәмене, ә ауыл хужалығы үҫеш бирә, — тине Радий Хәбиров та.
Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырыр, тиҙәр халыҡта. Шуға күрә аяҙ көндәрҙең һәр минутын файҙаланып, мал аҙығы әҙерләү, ураҡ кампанияһын мөмкин тиклем дәррәү алып барыу мөһим.
Читайте нас: