Ә республика “Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау” төбәк проектына ярашлы йыл аҙағына был һанды 115 миллион долларға, 2024 йылға 230 миллион долларға еткерергә тейеш.
Тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан сит илгә 84,3 миллион доллар күләмендә ауыл хужалығы продукцияһы оҙатҡан. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Был күләмдең ҙур өлөшөн майлы продукциялар биләй, алты айҙа ул 31,6 миллион долларға һатылған. Сит илдәргә шәкәр 15,6 миллион долларға, йәғни былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда туғыҙ тапҡырға күберәк оҙатылған.
Был һандарҙа Әбйәлилдең ауыл хужалығы эшсәндәренең дә өлөшө бар. Беҙҙең хужалыҡтар, фермерҙар сит илгә етен, рапс, гәрсис кеүек культураларҙы һата.