+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
11 Сентябрь 2020, 13:55

Уңыш өсөн көрәш мәле

Районда ураҡ эштәренең ҡыҙған осоро. Ҡайһы бер хужалыҡтар июль аҙағы-август башындағы оҙайлы ямғырҙарға тиклем кемдер борсаҡ, икенселәр һоло, етен кеүек культураларын йыйып өлгөрҙө. Яуын-төшөм арҡаһында байтаҡ ваҡыт тынып ҡалған баҫыуҙар яңынан машина-трактор геүләүенә күмелде. Игенселәр өсөн тағы ҡыҙыу осор башланды.

Районда ураҡ эштәренең ҡыҙған осоро. Ҡайһы бер хужалыҡтар июль аҙағы-август башындағы оҙайлы ямғырҙарға тиклем кемдер борсаҡ, икенселәр һоло, етен кеүек культураларын йыйып өлгөрҙө. Яуын-төшөм арҡаһында байтаҡ ваҡыт тынып ҡалған баҫыуҙар яңынан машина-трактор геүләүенә күмелде. Игенселәр өсөн тағы ҡыҙыу осор башланды.
«Аграрий» хужалығы игенселәре яуындарға тиклем үк 170 гектарҙы биләгән борсаҡ уңышын йыйып алып, «Ситно»ға һатҡандар. Ҡайтанан баҫыуға сығыу менән иң элек 650 гектар майҙанда сәселгән етенде урыуға төшкәндәр.
— Билдәле булыуынса, етен сит илдәрҙә ҙур һорау менән файҙаланған культура. Шуғалыр ҙа инде элеватор етәкселеге етен өсөн хатта алдан аванс түләне һәм уңыштың яртыһын уларға оҙаттыҡ. Шулай уҡ етерлек күләмдә орлоҡ һалдыҡ, сөнки был культураға киләһе йылда ла һорау ҙур буласаҡ, — ти хужалыҡ етәксеһе Наил Әхтәмов.
Бөгөн иһә игенселәр бойҙай баҫы-уына төшкәндәр, был культура бөтәһе 500 гектарҙы биләй. Игенде яҫмаларға сапҡыс эленгән МТЗ тракторҙарында Павел Витушкин менән Айнур Фәритов һала. Юл ашаһындағы баҫыу буйында дүрт «Нива» комбайны ултыра, комбайнсылар Йәмил Ғәбитов, Владимир Любимов, Шамил Хәйбуллин, Варис Вәлиев һәр ҡайһыһы үҙ техникаһын ҡараштырыу менән мәшғүл.
— Быйыл йәй үтә ныҡ эҫе булып, культуралар ҡатып ҡалды, шуға ла бойҙай ыуаҡ. Унан инде бер туҡтауһыҙ ҡойған ямғырҙар иген аҫтынан ҡый үләндәренең дәррәү шытып сығыуына килтерҙе. Көндәр йылынып киткәс, улар ныҡ ҡына күтәрелде. Бына яҫмаларҙа иген күренмәй ҙә тиерлек, тотош бесән. Өҫтәүенә ул кипмәй ыҙалата. Шуға ла комбайнсылар яҫмаларҙың кипкәнен көтөп ваҡытты сарыф итә. Элекке йылдарҙа бер көн сапһаҡ, икенсе көнөнә булмаһа ла өсөнсө көнөнә мотлаҡ йыйып һуға инек, — тип аңлата баҫыу караптарының эшһеҙ ултырыуын етәксе.
Комбайндарҙан уңышты ырҙын табағына ташыуҙа Кәрим Ҡасҡынбаев идара иткән КамАЗ йөрөй. Ырҙын табағында иһә бар эш Роберт Фәтхуллин етәкселегендә аныҡ һәм теүәл ойошторолған. Иретеп-йәбештереүсе Радик Ғайсин, слесарь Тимур Әминев үҙ эштәренән тыш, ЗАВ-тарҙа уңышты таҙартып-киптереп тора. Унан инде ашлыҡты Вәкил Ғәбитов тағылмалы КамАЗ менән элеваторға ташый, Александр Скурлатов ГАЗ-53 машинаһында һаҡлауға келәттәргә индереп ауҙара.
Ураҡ эштәре менән бер рәттән тупраҡты киләһе йылға әҙерләү ҙә алып барыла хужалыҡта. Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙы К-700 тракторында Юнир Йәһүҙин менән Т-150 тракторында Зәбир Йәһүҙин культивация үткәрәләр. Яҙ етеү менән был баҫыуҙарҙы тырматып, тупраҡҡа орлоҡ һалырға ғына ҡала.
Ул арала баҫыуға район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов, баш агроном Вил Миянов, баш инженер Илдар Моталлапов килеп төштө.
— Районда ураҡ эштәре «Башаҡ», «Әбйәлил сортучасткаһы», «Иҙел» ЯСЙ-һы, фермерҙар Х. Ниғәмәтйәнов, В. Ниғмәтуллин, У. Юлдыбаев баҫыуҙарында тамамланды ла инде. Бөгөн культураларҙы яҫмаларға һалмайынса булмай, өҫтәүенә ул оҙаҡ кипмәй ята. Ураҡ оҙаҡҡа һуҙылғас, хужалыҡтар, фермерҙар мөһим эште бер-береһенә ярҙам итеп, бергәләп атҡарып сығырға килештек. Бөгөн «Башаҡ»тың ике комбайны Рамил Юлдыбаевта эшләй, — тип таныштыра райондағы эштәр барышы менән Ғәлим Наил улы. — Ямғырҙарҙан һуң шытып сыҡҡан арпа, һолоноң өлгөрөрөнә өмөт бар.
Ғ. Н. Солтанов әйтеүенсә, районда бойҙайҙан иң юғары уңышты С. Старцев баҫыуҙары биргән, бында гектар ҡеүәте 15 центнер тәшкил итә. «Красная Башкирия» хужалығында был күрһәткес — бер аҙ кәмерәк — 14 центнер. Арпа, һолоноң гектарынан уртаса 8 центнер йыйып алырға иҫәп тоталар.
— Ырҙын табағында таҙартҡан ваҡытта уңыш элек 8-10 процентҡа кәмеһә, бөгөн 25-30 процентҡа барып етә. Иген культуралары баш ҡоҫоп өлгөрмәне, шуға уларҙы орлоҡҡа мотлаҡ тикшереп һалырға кәрәк. Был эш «Россельхозцентр» үҙәге тарафынан алып барыла ла инде, — тип дауам итә Ғәлим Солтанов. — Ҙур ҡыйынлыҡтар менән үҫтереп алынған аҙ ғына уңышты мөмкин тиклем юғалтыуҙарға юл ҡуймай йыйып алып, киләһе йыл уңышына һалыу, пайсылар менән иҫәпләшеү, мөмкин тиклем һатып, яғыулыҡ-майлау материалдары, химик препараттар менән тәьмин итеүселәр һәм башҡа поставкалаусыларға булған бурысты түләү — беренсел бурыс.
Районда мал аҙығы әҙерләүҙең дауам итеүен дә билдәләне Ғәлим Наил улы. «Красная Башкирия» АХК-һы 1200 гектарҙағы кукурузды силосҡа һала, «Күсем» ЯСЙ-һы кукуруз менән көнбағыштан, фермер Рәмил Юлдыбаев суданканан йәшел масса әҙерләү менән мәшғүл. Шулай уҡ ямғырҙарҙан һуң күтәрелгән экспарцет менән люцернаны икенсе тапҡырға сабып, бесән әҙерләнәсәк.
Читайте нас: