-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
22 Сентябрь 2020, 11:34

Тынғыһыҙ хеҙмәте шатлыҡ килтерә

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн йыл айырыуса ауыр килде. Шуға ҡарамаҫтан район игенселәре ҡыйынлыҡ менән үҫтерелгән уңыштың бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала.

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн йыл айырыуса ауыр килде. Шуға ҡарамаҫтан район игенселәре ҡыйынлыҡ менән үҫтерелгән уңыштың бөртөгөн дә ҡалдырмай йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала. Әлдән-әле яуып үткән ямғырҙарҙан һуң ҡояш сығып, бер аҙ елләтеү менән игенселәр үҙ эшенә тотона.
Ураҡ эштәрен уңышлы атҡарып сығыуҙа комбайнсылар менән бер рәттән ашлыҡты ташыуҙа йөрөгән водителдәрҙең дә хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡыҙыу ураҡ осоронда комбайндар урып-һуҡҡан уңышты ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ ырҙын табаҡтарына, унан таҙартылған уңышты элеваторҙарға илтеү ҙә мөһим бит.
Был тәңгәлдә «Әбйәлил сорт участкаһы» водителе Ш. К. Нәбиуллин бер ваҡытта ла һынатмай. Бөгөн хужалыҡта етен урып һуғыла. Шамил Кәлимулла улы үҙенең ЗИЛ-ында яңы уңышты комбайндарҙан ырҙын табағына ташыу менән мәшғүл. Ғөмүмән, хужалыҡ етәксеһе Сергей Гусев билдәләүенсә, тәжрибәле водитель тәғәйен йөктө урынына ваҡытында һәм теүәл алып барып еткереүе менән айырылып тора.
— Бөтә хеҙмәт юлым руль артында үтте, — ти Шамил ағай. — 1974 йылдан тыуған ауылым Йәлембәт ҡараған колхозда эшләнем. Үҙгәрештәр еле ҡағылып, күмәк хужалыҡтар тарҡалғас, ҡалала эшләп алдым. Әммә өйрәнелгән тынғыһыҙ ауыл ере үҙенә тартты: кире тыуған хужалыҡҡа ҡайтып машинаға ултырҙым.
Хаҡлы ялға сығып, бер йыл ял итә ул. Әммә ғүмере буйына эшләп өйрәнгән кеше, эшһеҙ ултырып түҙә буламы ни?! «Әбйәлил орлоҡсолоҡ участкаһы»на водитель булып эшкә килә. Һәм бына шунан алып алтынсы йыл ошо хужалыҡта ЗИЛ машинаһын йөрөтә.
Бай тәжрибәле водитель бер ваҡытта ла һынатмай. Ауыл хужалығы кампаниялары осорондағы нәтижәле хеҙмәте һәр саҡ юғары билдәләп үтелә. Миҫалға, быйылғы яҙғы баҫыу эштәре осоронда юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Шамил Кәлимулла улының фиҙаҡәр хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Яҙғы эштәргә йомғаҡ яһаған кәңәшмәлә ул район хакимиәтенең рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.
Читайте нас: