+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Сентябрь 2020, 13:28

Иген келәттәре көҙгө уңышҡа тулды

Игенселәр иккән ашлыҡтың тулыһынса келәттәргә инеп ятыуына, яңы уңыштың тейешле кондицияға еткерелеп, киләһе йылға орлоҡҡа һалыныуына, шулай уҡ яҡшы сифатлы итеп эшкәртелеп, һатып алыусыға оҙатылыуында ырҙын табаҡтары эшсәндәренең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. «Урал аръяғы Агро» МТС-ы Әбйәлил филиалының Йәнгел ауылында урынлашҡан ырҙын табағында эшләүселәрҙең дә фиҙаҡәр хеҙмәте тик маҡтауға лайыҡ.

Районда ураҡ эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Әлдән-әле яуып үткән ямғырҙар эш темпын кәметһә лә, игенселәр үҙ бурыстарын намыҫлы үтәргә — ауырлыҡ менән үҫтерелгәнде, юғалтыуҙарға юл ҡуймайынса, йыйып алырға тырыша. Бөгөн баҫыуҙарҙа, нигеҙҙә, етен урып һуғыла, ҡайһы бер урындарҙа арпа, бойҙай баҫыуҙарында эш бара. Шулай уҡ рапстың һәм көнбағыштың уңышын йыйып алырға ҡала.
«Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы игенселәре лә нәтижәле эшләй. Предприятие игенселәре етендең уңышын алып бөткән. Әле МаcDon сапҡысында механизаторҙар Азат Йосопов, Ирәмән Уйылданов, Радмир һәм Марсель Әлимғужиндар һоло сабыуға төшкән. Улар ошоға тиклем яҫмаларға һалған арпаны йыйып-һуғыуҙа туғыҙ комбайн йөрөй.
Комбайндарҙан ырҙын табағына килтерелгән уңышты, халыҡса әйткәндә, ток мөдире Сәғит Үҙәнбаев етәкселегендәге коллектив эшкәртә. Быйылғы ашлыҡ, ғәҙәттәге йылдарҙан айырмалы, ныҡ дымлы һәм ҡыйлы булғанлыҡтан, уны киптереп-таҙартыу ваҡытты күп ала һәм айырыуса етди иғтибар талап итә.
Ырҙын табағында өс ашлыҡ таҙартыу агрегаты бар. Комбайндарҙан килтерелгән уңыш ошо ЗАВ-тар аша үткәрелеп таҙартыла. Был агрегаттарҙың эше өсөн Радик Хәкимов, Рәдиф Ғәлләмов, Айнур Насиров һәм Вадим Дауытов яуаплы. Игендең әрәм-шәрәм ителеүенә юл ҡуймауҙа эшселәр Зилдә Шәрипова менән Әхәт Сәлиховтың хеҙмәт өлөштәре баһалап бөткөһөҙ, машиналарға тейәгәндән һуң ҡалған ашлыҡтың бөртөгөн дә ҡалдырмай, һепереп-өйөп, йыйып алалар.
Ихатала ятҡан игенде ЗАВ-тарға ГАЗ машинаһында водитель Нуретдин Ишмөхәмәтов ташып тора. КамАЗ водителдәре Ирек Вафин, Ғаяз Ҡунафин һәм Азат Сафиуллин һатыуға әҙерләнгән уңышты элеваторҙарға ташый.
ЗАВ-тарға таҙартыуға ла, элеваторҙарға оҙатыуға ла машиналарға иген БОБКЭТ маркалы бәләкәй генә трактор ярҙамында тейәлә. Юлай Кәримов идаралығындағы был уйынсыҡ кеүек йәтеш техниканың эшенә күҙ ҙә эйәрмәй: келәттән ихатаға, шул тиклем тиҙ йөрөп, йылғыр ғына тейәп тә ебәрә ашлыҡты.
Ырҙын табағына килгән-киткән йөктәрҙең теүәллеген Фәрүәз Нурғәлина күҙәтә. Машиналар ырҙын табағына килтергән бөтә уңышты теүәлләй, һатыуға ебәрелгән ашлыҡ иҫәбен дә алып бара.
— Ырҙын табағында эшләгәндәрҙең һәр ҡайһыһының хеҙмәте маҡтауға лайыҡ — һәр кем үҙ урынында дөйөм һөҙөмтә өсөн янып эшләй. Был шулай булырға тейеш тә, сөнки баҫыуҙарҙа күп көс һалып үҫтерелгән уңыштың келәттәргә килеп ятҡас әрәм-шәрәм ителеүенә юл ҡуйырға ярамай. Өҫтәүенә, киләһе уңышҡа нигеҙ ҙә ошонда һалына бит. Мул уңыш игеү иң элек ниндәй орлоҡ сәсеүгә лә бәйле. Шуға ла беҙ сифатлы сәсеү материалын һаҡлауға һалыуға һәм тейешле кондицияға еткереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ, — ти Сәғит Хажмөхәмәт улы.
Киләһе уңышты хәстәрләп, предприятиела ураҡ эштәре менән бер рәттән тупраҡты әҙерләү ҙә алып барыла. Сабир Солтанов, Камил Килдейәров, Рауил Әсәҙуллин идара иткән «Джон Дир» тракторҙары уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙы иңләй.
Читайте нас: