+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
6 Октябрь 2020, 11:33

Үҙебеҙҙә үҫкән картуф тәмле

Фермер Рамил Юлдыбаевтың баҫыуҙарында иген һәм техник культуралар йыйыу нигеҙҙә тамамланған. Бөгөн төп көс «Әбдрәш» кооперативының картуф баҫыуына йүнәлтелгән.

Фермер Рамил Юлдыбаевтың баҫыуҙарында иген һәм техник культуралар йыйыу нигеҙҙә тамамланған. Бөгөн төп көс «Әбдрәш» кооперативының картуф баҫыуына йүнәлтелгән.
Был кооператив шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары инициативаһы менән, йәғни Рамил Юлдыбаевтың фекерҙәштәре менән бергәләп төҙөлгәйне. «Әбдрәш» кооперативы табыш килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүсе грантҡа конкурста еңеп сығып, дәүләттән 3 миллион һум аҡса алыуға өлгәште. Был суммаға үҙҙәренекен дә өҫтәнеләр һәм һөҙөмтәлә бөгөн кооперативтың картуфты сәсеү, үҫтереү, алыу һәм һатыуға әҙерләп оҙатыу өсөн кәрәкле булған бөтә техника-ҡорамалы бар.
«Әбдрәш» кооперативының картуф баҫыуында быйыл тиҙ, уртаса һәм һуң өлгөрә торған «Скарлет», «Амур», «Роза», «Люкс» сорттары урын алды.
Тәүге йылда Ульяновск ҡалаһынан алынған «Рэд-Стар» һәм «Рэд-Фэнтези», «Гала» сортлы элиталы орлоҡтар сәселгән. Былтыр яҡшы һаҡланған, уңдырышлы сорт тип танылған һуңғыһын ултыртҡандар. Быйыл орлоҡ материалын Башҡортостан референт үҙәгенән һатып алғандар. Бүлбеләрҙән сығарылып, үҫтереп алынған, йәғни тәүге быуын орлоҡто ултыртҡандар. Өҫтәүенә, ул беҙҙең төбәк климатына яраҡлаштырылған һәм төрлө ауырыуҙарға тикшерелгән, эшкәртелгән булыуы менән дә отошло.
Әлбиттә, картуфты сәсеү менән генә эш бөтмәй, уны тейешенсә тәрбиәләгәндә генә мул уңышҡа өмөт итеп була. Быйыл яҙ башынан көндәр эҫе, ҡоро торғас, картуф баҫыуын ике тапҡыр һуғарғандар.
— «Рәсәйҙә ерҙәрҙе мелиорациялауҙы үҫтереү» дәүләт программаһы ярҙамында үҙйөрөшлө ике һиптереү агрегаты алғайныҡ. Уларҙың берәүһе ямғыр эффекты бирә, йәғни орлоҡто сәсеп, үҫенте яңы баш ҡалҡытҡан осорҙа һиптереү өсөн уңайлы. Икенсеһе иһә һыу пушкаһы менән эшләй, — ти был эштең нескәлектәре тураһында Рамил Рәжәп улы.
Картуф ҡына түгел, уның янында ултыртылған тары менән һоло баҫыуы ла һуғарыу системаһы ярҙамында дым ала. Кооператив рәйесе әйтеүенсә, был баҫыуға 1543 метр оҙонлоҡтағы һыуүткәргес һалынған, 19 гидрант ҡуйылған. Уның ҡарауы, быйыл ҡатмарлы килгән һауа шарттарында фермерҙың ҡайһы бер баҫыуҙарында иген шытып та сыҡмаған, ә һуғарыу үҙенекен эшләгән — тары менән һолоноң уңышы тос ҡына. Дым булғас, картуфтың уңышы ла һәйбәт. Сәсеү мәлендә баҫыуға бер гектарға 250 килограмм иҫәбенән минераль ашлама индерелеүе лә үҙ һөҙөмтәһен биргән. Быйыл сәсеүлектәргә индерелгән ашламаларҙың 75 проценты дәүләт тарафынан субсидияланыуы отошло булған.
Бөгөн кооператив ағзалары картуфты ала башлаған.
— Көндәр аяҙ торғанда алып ҡалыу яҡшы. Картуф та таҙа, техника йөрөү өсөн дә уңайлы, — ти оператор Урал Таулбаев.
Әйткәндәй, ул картуф ҡаҙғыстың эшен дә күҙәтә, яңы уңышты үҙенең МТЗ-ы арбаһына тейәп, базаға ташып та өлгөрә.
Картуф ҡаҙғысты Динар Хәкимов йөрөткән МТЗ тракторына эләктергәндәр. Агрегаттың үҙендә махсус урында ултырып йөрөгән Зөлфиә Ибраһимова менән Роза Сәлиховалар баҫыуҙан йыйып, бункерға килтерелгән картуфтың сифатын барлай.
Картуф ҡаҙғыс үткәндән һуң аҙмы-күпме уңыш барыбер баҫыуҙа ҡала. Үҫтерелгәнде әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймау маҡсатында Айгөл Рәсүлева ҡалған картуфты сүпләп бара.
Көҙгө уңыш былтыр төҙөкләндерелгән йәшелсә һаҡлағысҡа һалына. Әйткәндәй, картуф яҡшы һаҡланһын өсөн элекке ҡура төҙөкләндерелгән, уның ҡыйығы яңыртып ябылып, уңышты һәм орлоҡто киләһе йылға ышаныслы һаҡлау өсөн яраҡлаштырылған.
Ошонда уҡ урынлаштырылған махсус агрегат картуфты ҙурына һәм вағына айыра. Бында эшләгән операторҙар ашауға яраҡлы, йәғни ҙур һәм кондицияға яраҡлы булмағандарҙың айырым сорттарға бүленеүен ҡәтғи күҙәтеү аҫтында тота.
Кооператив етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, һатыуға яраҡлыһынан тыш, киләһе йылда картуф майҙанын арттырыу маҡсатында яҡшы орлоҡто күберәк һалыу мөһим.
— Ғәҙәттә, беҙҙә халыҡ, бер-береһенән сәсергә картуф һатып ала ла, орлоҡ материалын алмаштырҙым тип иҫәпләй. Картуф сәселә килә, «иҫкерә» бит ул. Элита орлоҡтарын сәскәндә генә яҡшы һәм мул уңышҡа өмөт итеп була. Бына беҙҙең картуфтан алынған орлоҡ иң шәбе тип иҫәпләйем. Уны алты йыл дауамында алмаштырмайынса сәсергә һәм һәйбәт уңыш алырға мөмкин, — тип картуф үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлаша фермер.
Ни тиһәң дә беҙҙең магазиндарға, супермаркеттарға сит илдәрҙән килтерелеп, һатыуға сығарылған картуфҡа ҡарағанда, үҙебеҙҙә үҫтерелгәне тәмлерәк тә, туҡлыҡлыраҡ та һәм уны ҡурҡмайынса ашарға була.
Шулай булғас, ашауға ла, киләһе йыл сәсеүгә лә «Әбдрәш» кооперативы картуфын алырға тырышығыҙ. Кооператив рәйесе әйтеүенсә, улар үҫтергән картуф район үҙәгендә үтәсәк йәрминкәләрҙә һатыуға сығарыласаҡ.
Читайте нас: