“Росагролизин” быйылғы йылдың 9 айында Рәсәй субъекттарына ауыл хужалығы техникаһы һатыу буйынса эшенә йомғаҡ яһаны һәм компанияның ташламалы программалары ярҙамында иң күп техника алған иң яҡшы ун төбәкте билдәләне.
Татарстан, Һарытау и Мәскәү өлкәләре, Краснодар крайы и башҡа субъекттар менән бергә Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы паркы һиҙелерлек яңыртылыусы төбәктәр иҫәбенә ингән.
“Росагролизинг”тың быйыл ҡабул ителгән ташламалы, көрсөккә ҡаршы программаһы Башҡортостан аграрийҙарына ошо йылдың ғинуар-сентябрь айында7,7 миллиард һумға 2606 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алырға мөмкинлек бирҙе, йәғни тотош 2019 йылдағыға ҡарағанда өс тапҡырға тиерлек күберәк техника һатып алынған. Был, әлбиттә, ауыл хужалығы культураларын сәсеүҙе, эшкәртеүҙе, уңышын йыйып алыуҙы тиҙләтергә булышлыҡ иткән.
Башҡортостан “Росагролизинг”тың лизингҡа техника алыу күләме буйынса рейтингында бер йылда 33-сө урындан өсөнсө урынға күтәрелеүен дә әйтеп үтеп мөһим.
“Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә компанияның иң яҡшы партнерҙары иҫәбендә республикабыҙ “Йыл төбәге” номинацияһында өсөнсө дәрәжәле диплом менән бүләкләнде.