+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
17 Декабрь 2020, 14:14

Сит илдәргә иген һәм ашлыҡ сығарыу тарифы билдәләнде

Рәсәйҙә он менән икмәккә хаҡты тотороҡло һаҡлау өсөн, РФ Хөкүмәте сит илгә экспортлаусы бойҙай, арыш, арпа һәм кукуруз ашлыҡтарына 17,5 миллион тонна күләмендә квота ҡуйҙы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙә он менән икмәккә хаҡты тотороҡло һаҡлау өсөн, РФ Хөкүмәте сит илгә экспортлаусы бойҙай, арыш, арпа һәм кукуруз ашлыҡтарына 17,5 миллион тонна күләмендә квота ҡуйҙы.
Унан тыш, Таможня союзына инмәгән илдәргә билдәләнгән квотанан артыҡ оҙатылған бойҙай өсөн 50 процент күләмендә таможня пошлинаһы ҡаралған. “Квотаға ярашлы арышты, арпаны һәм кукурузды сит илгә сығарғанда һалым булмаясаҡ, ә бойҙайҙың тоннаһына 25 евро өҫтәмә пошлина тәҡдим ителә”, - тиелә Хөкүмәт ҡарарында. Яңы норма киләһе йылдың 15 февраленән 30 июненә тиклем индерелә.
Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттарына ярашлы, илдәге ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр һәм ҡулланыусылар мәнфәғәтенән сығып, бындай ҡарар йылда яңыртыла.
Читайте нас: