+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
25 Декабрь 2020, 13:09

Малсылыҡта эшләүселәргә ял юҡ

Миҙгелдең, көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты урын-еренә еткереп башҡарыуҙы дауам итә.

Миҙгелдең, көн торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты урын-еренә еткереп башҡарыуҙы дауам итә. Кешегә генә ҡарап торған малдарҙы ваҡытында ашатырға, эсерергә, һауырға кәрәк. Шуға ла был тармаҡта бөгөн ауыр эшкә күнеккән, мал йәнле кешеләр генә ҡалды, тиһәк, бер ҙә арттырыу булмаҫ.
Әлбиттә, районда эш шарттары тулыһынса механизацияланған, автоматлаштырылған фермалар ҙа бар. Быға миҫал итеп «Красная Башкирия» хужалығын килтерергә була. Ауыл хужалығы кооперативы фермаларында бөтә эш автоматлаштырылған, Һамар фермаһында хатта һыйырҙарҙы һауыу роботтарға тапшырылған.
Шул уҡ ваҡытта күп хеҙмәт ҡул көсө менән башҡарылған фермалар ҙа юҡ түгел, уларҙа ла малсы-һауынсыларҙың ауыр тип тормай, оҙаҡ йылдар һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, намыҫлы эшләүҙәре ҡыуаныслы. Шундайҙарҙың береһе — «Күсем» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Нияҙғол фермаһы коллективы.
Фермала бөгөн 100 баш мал аҫырала.
— Һауын һыйырҙар айырым тотола. Быҙауларға тейешле малдар бер кәртәлә аҫырала, — ти ферма мөдире Зилә Нуретдинова.
Фермала һөт үткәргес ҡуйылған. Әйткәндәй, ферма йәйләүгә күсһә, һауынсыларҙың эшен еңеләйтеү маҡсатында һауыу ҡоролмаһын урынға алып барып ҡороп-көйләйҙәр. Йәғни Нияҙғол һауынсыларына йәйен дә, ҡышын да һөт тулы биҙрәләрҙе күтәреп йөрөргә кәрәкмәй, ни бары һауыу аппаратын һыйырҙың елененә кейҙереү менән продукция һөт үткәргес буйлап һыуытҡысҡа бара.
Алынған продукция хужалыҡтың машинаһында Магнитогорск ҡалаһы һөт комбинатына оҙатыла. Продукцияны һатып алыусыға илтеү хужалыҡтың тәжрибәле водителдәренең береһе Ғәфүр Хәйбуллинға ышанып тапшырылған.
Һөт үткәргестәрҙең, һауыу аппараттарының төҙөклөгө, өҙлөкһөҙ эше өсөн моторсы Зариф Мәхмүтов яуаплы.
— Коллективта кеше һаны күп түгел, шуға күрә һәр эштә малсылар бер-береһен алмаштырып эшләй, — тип дауам итә мөдир. — Оҙаҡ йылдар тракторсы булған Айнур Сурин бөгөн малдар тәрбиәләүҙә йөрөй. Зариф та, кәрәк икән, тракторға ултыра, һыйырҙарға ҡатнаш аҙыҡ һалыу ҙа уға йөкмәтелгән.
Әйткәндәй, ферма мөдире етәкселек итеп кенә ҡалмай, яңы тыуған быҙауҙарҙы тәрбиәләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған: йәш үрсемгә үҙаллы ашарға-эсергә өйрәткәс, малдар Бикҡол фермаһына оҙатыла.
Һыйырҙарҙы Бүләк Сөләймәнова менән Әлфиә Аҡмалова һауа, Миләүшә Буранбаева иһә алмаш һауынсы.
Малдарҙы ашатыу, эсереү, уларҙың аҫтарын таҙартыу менән көтөүселәр Айнур Сурин, Михаил Урсов, Вәғиз Сәғитов мәшғүл. Һыйырҙарға ялан кәртәгә аҙыҡты бесәнлектән ат менән килтерәләр, тиҙәкте ҡул менән таҙарталар, шулай ҙа бер нәмәгә зарланмай улар.
— Мал аҙығы етерлек: бесән-һалам да, силос та бар, уларға өҫтәп тарттырылған ҡатнаш аҙыҡ та бирәбеҙ. Һыу эсереү өсөн ферма ихатаһында булған скважинаны файҙаланабыҙ, — ти малсылар. — Фермала малдар булыуы ҡыуаныслы: эш юҡ тип өйҙә ятмайбыҙ, эшләйбеҙ ҙә, аҡсаһын да алабыҙ.
Читайте нас: