2019 йылда фермер Илфат Сәфәрғәлин Һаҡмар ауылының шәхси хужалыҡтарын "Дуҫлыҡ" кооперативына берләштереп "Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында табышты арттырыу проекттарын яҡлау" программаһында ҡатнашты. Дәүләт ярҙамына кәрәкле ҡоролмалар һатып алып, ит етештереү цехын аса. Бөгөн цех 10 төрлө сифатлы ит продукцияһы етештерә. Бында 10 кешегә эш урыны булдырылған. "Хәләл" стандарты сертификатын "Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәге" етәксеһе Илнур Мөхәмәтйәнов тапшырҙы. Республикала 4 хужалыҡ ҡына бындай сертификаттарға эйә булһа, шуларҙың икәүһе - Баймаҡ районында, "Иген-Тау" (Баймаҡ ҡалаһы) һәм "Дуҫлыҡ" (Һаҡмар ауылы).