+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
31 Декабрь 2020, 10:00

Умартасылыҡты закон яҡлауы аҫтына

Рәсәй Президенты В. Путин “Рәсәйҙә умартасылыҡ тураһында”ғы законға ҡул ҡуйҙы#ВладимирПутин

Атап әйткәндә, закон ҡорттарҙың пестицидтар һәм агрохимикаттар менән ағыуланыуына юл ҡуйыуҙы бөтөрөргә тейеш. Сөнки РФ Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса күп кенә төбәктәрҙә нәҡ ошо сәбәптәр арҡаһында бал ҡорттары күпләп ҡырыла.
Документҡа ярашлы, пестицидтарҙы һәм агрохимикаттарҙы ҡулланыу өсөн яуаплылар улар менән ер участкаларын эшкәртеү хаҡында ауылдар халҡына өс көн алдан хәбәр итергә тейеш.
Тотош алғанда, документ умартасылыҡ һәм ҡорттарҙы һаҡлау өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе көйләй.
Һәр умартлыҡҡа ветеринар-санитар паспорт эшләнә, умарталарҙы ҡуйыуға талаптарҙы Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы билдәләй. Төбәктәге властар умартасылыҡты үҫтереү буйынса программалар эшләй һәм тормошҡа ашырасаҡ, умартаның паспорттарын тултырыу тәртибен билдәләйсәк. Шул уҡ ваҡытта документта бал ҡорттарын дауалау өсөн Рәсәйҙә теркәлгән дауалау препараттарын ғына ҡулланыу рөхсәт ителә, тиелә.
Читайте нас: