Бик күп тиҫтерҙәре кеүек Йәмил Ғәбитовтың да хеҙмәт юлының башы Таштимер һөнәрселек училищеһы менән бәйләнгән. Мәктәпте бөткәндән һуң, училищела өс йыл уҡып, тракторсы һөнәрен алған егет, 1975 йылда ХХII партсъезд исемендәге колхозда, Буранғолда ДТ-20 тракторында эш башлай.
Ике йыл армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, күңеленә хуш килгән тракторсы һөнәрен үҙ итеп, яңынан колхозға эшкә килә. Буранғолдар «Амангилде» хужалығына ҡушылғас, Йәмил Ғәбитов совхоздың тракторсыһы булып китә. Үҙгәрештәр еле ҡағылып, «Амангилде» халыҡ предприятиеһы тарҡалғас, Йәмил Рәйес улы «Магнитлеспром»да, унан Әбйәлил урмансылыҡ хужалығында тракторҙа урмандан ағас сығарыуҙа йөрөй.
2011 йылда «Агро» хужалығы етәкселеге Йәмил Рәйес улынан Өфөнән «Нива» комбайнын ҡыуып алып ҡайтыуҙа ярҙам һорай. Барып алып ҡайта, тик өр-яңы комбайн үҙенә ылыҡтыра, өҫтәүенә, хужалыҡ етәкселеге лә эшкә килергә өгөтләй. Һәм ошо йылдан уның хеҙмәт юлы «Агро», унан исеме үҙгәргәс «Аграрий» хужалығы менән бәйләнгән. Шулай итеп, Й. Р. Вәлиев өсөн быйылғы ураҡ етенсеһе булған.
Яҙғы баҫыу эштәре, мал аҙығы әҙерләү осоронда Йәмил Рәйес улы ҡеүәтле Т-150 тракторында иген сәсә, тупраҡ эшкәртә, бесән, сенаж саба, уны ташый. Тәжрибәле механизаторҙың тырыш хеҙмәте күп тапҡырҙар район кимәлендә билдәләнгән. 2015 йылдың яҙғы баҫыу эштәре мәлендәге етештереүсәнле хеҙмәте «Сәсеү батыры» исеме менән баһалана һәм район һабантуйында уға райондың маҡтау ҡағыҙына ҡушып, ҡиммәтле бүләк тә тапшырыла.
Быйыл Йәмил Рәйес улы намыҫлы хеҙмәте ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде.