Бының өсөн «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә 84,3 миллион һум бүленде, тип белдерҙеләр Ауыл хужалығы министрлығынан. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милле проектына ярашлы булдырылған был программа республикала уңышлы тормошҡа ашырыла, ауыл еренә ауыл хужалығы белгестәрен йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.