+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
28 Ғинуар 2021, 20:35

Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү арта

Башҡортостан Башлығы Р. Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөҙөмтәле эшләүен билдәләне.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Башлығы Р.Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөҙөмтәле эшләүен билдәләне. Үткән йылда, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме 177 миллиард һум тәшкил иткән. “Халыҡ – ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республикала агросәнәғәт комплексы экспорты бер ярым тапҡырға йәки 165 миллион долларға тиклем артҡан. «Беҙҙә ауыл хужалығы иҡтисадын йәнләндерергә һәләтле инициативалы шәхси эшҡыуарҙарҙың хәрәкәте нығыныуы бик шәп. Пандемия осоронда төбәктә бер тауарға ла ҡытлыҡ булманы. Ләкин етештереүселәр, эшкәртеүселәр һәм сауҙа ойошмаларының үҙ-ара килешеп эш итеүен «баҫыуҙан кәштәгә тиклем» принцибы буйынса яйға һалырға кәрәк », — тип билдәләне Радий Хәбиров.
В. Илһамов
Читайте нас: