Кисәге көн Өфөнән Шишмә заводында етештерелгән рапс майы Алыҫ көнсығыштағы Находка ҡалаһы портына оҙатылды. Был хаҡта Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы матбуғаты хеҙмәте хәбәр итте. Артабан экспортҡа тәғәйәнләнгән был продукция диңгеҙ юлы менән Ҡытайға оҙатыласаҡ. Бынан алдағы йылдарҙа рапс майы күпселектә Балтика буйы илдәре заводтарына биодизель яғыулығы етештереү өсөн ебәрелә торғайны. Әйткәндәй, Шишмә заводы етештергән ошо ауыл хужалығы продукцияһы республиканың “Экспорт” милли проектын бойомға ашырыуға тос өлөш индерә. Бында 2018 йылда 11,4 мең тонна рапс майы етештерелһә, 2019 йылда 9,6 мең тонна, 2020 йылда 14,1 мең тонна булған. Шуны ла билдәләргә кәрәк, 2020 йылда Башҡортостандың ауыл хужалығы комплексы сит илдәргә экспортҡа 165,4 миллион долларға продукция оҙатҡан. Шаҡтай өлөшөн, йәки 56,4 процентын май продукциялары тәшкил иткән.