+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Февраль 2021, 13:15

Тырыш хужаларҙың эштәре лә уң бара

Етерлек һалам-бесән, һутлы аҙыҡ, иген фуражы әҙерләгәндәрҙең малдары имен-көр сыға ҡышлатыу осорон. Шуға ла район хужалыҡтары, фермерҙары уҙған йыл ҡатмарлы килһә, үҙҙәренә талап ителгән күләмдә мал аҙығы туплау өсөн бар тырышлыҡтарын һалды.

Етерлек һалам-бесән, һутлы аҙыҡ, иген фуражы әҙерләгәндәрҙең малдары имен-көр сыға ҡышлатыу осорон. Шуға ла район хужалыҡтары, фермерҙары уҙған йыл ҡатмарлы килһә, үҙҙәренә талап ителгән күләмдә мал аҙығы туплау өсөн бар тырышлыҡтарын һалды.
Фермер Хәлфәт Ниғәмәтйәнов менән улы Рөстәмдең бесәнлегендә лә бесән-һалам төктәре ярты ҡыш үтеүгә ҡарамаҫтан бик күп күренә.
— Фураж да етерлек, бесән-һалам да. Хатта һораусылар булһа, һатабыҙ. Транспорты булғандар үҙҙәре килеп ала, үҙебеҙ ҙә алып барабыҙ, — ти был хаҡта Хәлфәт Тимербай улы.
Х. Ниғәмәтйәнов фермерлыҡ эшен оҙаҡ йылдар улы менән бергә алып барҙы, иген игеү менән бергә малсылыҡ тармағын да үҫтерә.
Хәҙер инде Рөстәм айырым эш асып алырға йөрьәт иткән, ул ит малсылығы йүнәлешен һайлаған. Инвестор ролендә сығыш яһаған атаһы улына һәр яҡлап ярҙам итә. Уҙған йәй банктан ҙур суммала кредиттар алып, өр-яңынан малсылыҡ базаһы төҙөгәндәр.
Күп йылдар буш ятҡан 70 сутый майҙанды таҙартып, тимер кәртә менән уратып алғандар. Бер стена шлакоблоктан һалынған, йәғни киләсәктә уны ҡура итеп эшләргә мөмкин. Шулай уҡ тимерҙән төҙөлгән ҙур ғына аҙыҡ цехы ла әҙер, бинаның алдына ла, эсенә лә асфальт һалынған.
— Асфальт түшәп биргән Р. Л. Аҡсурин етәкселегендәге ДРСУ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлебеҙ, эштәренең сифатынан ҡәнәғәтбеҙ, — ти аталы-уллы Ниғәмәтйәновтар.
Мал ҡураһы ла бик үҙенсәлекле: 100 баш мал аҫырауға иҫәпләнгән ҡура тик өс яҡлап тимер менән кәртәләнгән. Йәғни асыҡ кәртәлә быҙауҙары менән бергә йөрөгән малдар кәрәк булһа, башы ябылған ышыҡҡа инә ала. Ә был ҡураның төпкө өлөшөнә үгеҙҙәр һимертеүгә ҡуйылған, улар бәйле аҫырала. Малдарҙың алды тулы аҙыҡ, күпме теләйҙәр, шунса ашайҙар. Һыу эсереү өсөн махсус ҡаҙылған скважина ҡулланыла.
— Элек итте урам буйлап мал йыйып йөрөгәндәргә осһоҙлата һата ла ебәрә инек. Хәҙер Асҡарҙағы Наил Рәхмәтуллин етәкселегендәге «Тамъян» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән эшләйбеҙ. Улар үҙҙәренең транспорты менән килеп ала, әлбиттә, һуйған өсөн дә хаҡын түләйбеҙ. Әммә ышаныслы партнер, — ти Рөстәм Хәлфәт улы. — Киләсәктә «Ғаилә фермаһы» программаһына инеп, артабан үҫешергә иҫәп, күреүегеҙсә, мал һанын арттырыу мөмкинлегебеҙ бар. Тик мал аҙығы әҙерләү өсөн сәсеүлектәр, малдарҙы көтөү өсөн көтөүлектәр кәрәк.
— База артында ғына тупаҡтарҙа ҡуртымда булған ҙур майҙан буш ята. Ул майҙандар эшкәртелмәй. Бөтәһе 200 гектар ерҙе ҡуртымға бирһәләр, кәртәләп алып, мал аҙығы культураларын да үҫтерер инек, малдар өсөн көтөүлек тә булыр ине, — тип һүҙгә ҡушыла Хәлфәт ағай.
Фермерҙар малдарын йәйен-ҡышын үҙҙәре тәрбиәләй тиергә була. Әйтеүҙәренсә, йәй көндәре көтөүсе табыуы ҡыйын икән, алмашлап көтәләр. Уҙған йәй был эштә Рөстәмдең Ҡазанда уҡып йөрөгән улы Артурҙың ярҙамы ҙур булған. Әле малдарҙы ҡарашыуҙа Сергей Витушкин ярҙам итә.
Сәсеүлектәрҙең ҡараусыһыҙ йөрөгән аттарҙан, һыйыр малынан, һарыҡтарҙан ҙур зыян күреүенә борсола Хәлфәт Тимербай улы.
— Үҫтерелгән уңыштың яртыһын малдар тапап юҡҡа сығара. Ауыл хакимиәте башлығы һәр ауылда көтөү ойоштороуҙа тәртип урынлаштырыу буйынса тырыша. Тик көтөү өсөн түләргә теләмә-гәндәр арҡаһында малдар аҙып туҙып йөрөүен дауам итә, — ти фермер.
Хәлфәт Тимербай улы әйтеүенсә, быйылғы уңыш һәйбәт булһа, алынған кредиттарҙы ҡаплау бурысы тора.
— Яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы, бойҙай, арпа орлоҡтарын яңыртырға кәрәк. «Әбйәлил сорт участкаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән ун тонна элиталы бойҙай орлоғо алыуға килешкәнбеҙ. Етен, гәрсис, ҡарабойҙай, һоло орлоҡтарын талап ителгән күләмдә һалғанбыҙ. Техника беҙҙә етерлек, улар баҫыуға сығыуға тулыһынса әҙер, — ти Ниғәмәтйәновтар.
Эйе, фермерҙарҙың булған техникаһы бөтә талаптарға ярашлы һаҡлауға ҡуйылған: улар Рөстәмдең шәхси ихатаһындағы башы ябылған, иҙәненә асфальт түшәлгән махсус урында тора. Киләһе уңыш орлоҡтары иһә ошонда уҡ төҙөлгән келәттә һаҡлана.
Бына шулай һәр нәмәгә хужаларса ҡараш булғанда эш тә ырай, һәйбәт һөҙөмтәләр ҙә бирә.
Читайте нас: