Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостанда иғлан ителгән “Йыл экспортсыһы” конкурсында дың Ауыл хужалығы тармағында эшләгән предприятиелар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ҡатнаша ала.
Конкурсты йыл һайын Башҡортостанда теркәлгән һәм әҙер продукцияһын экспортҡа сығарған предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар араһында үткәрәләр. Был үҙенсәлекле сараны республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам үҙәге ойоштора. Комиссия экспортҡа сығарылған әҙер продукция күләме, экспорт географияһы кеүек критерийҙар буйынса баһалаясаҡ.
Ҙур предприятиелар заявканы - Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетына, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре иһә Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам үҙәгенә тапшыра ала.
Бәйге һөҙөмтәһендә 11 номинация буйынса 11 еңеүсе билдәләнәсәк.
Заявкалар 8 февралдән 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә.