+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Февраль 2021, 10:00

Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында

Рәсәйҙең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы яңы ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса субъекттар рейтингын төҙөнө.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өс йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан беренсе урынды ышаныслы яулай – Рәсәйҙәге барлыҡ ауыл хужалығы кооперативтарының 13 проценттан ашыуы республикабыҙҙа төҙөлгән.
Башҡортостанда фермерлыҡты һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү йәһәтенән системалы эш башҡарылған. Республикала төҙөлгән табыш килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2018 һәм 2019 йылдарҙа 237 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөлдө. Быйыл иһә программа бер аҙ үҙгәртелеп дауам итәсәк. 2020 – 2024 йылдарҙа Башҡортостан биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйына өҫтөнлөклө проекттарға инвестициялар күләме 50,8 миллиард һум булыр тип баһалана.
Әбйәлилдә лә был тәңгәлдә бер нисә кооператив төҙөлөп, уңышлы эшләп килә. Улар иҫәбендә – Рамил Юлдыбаев етәкселегендәге картуф үҫтереү буйынса кооперативы, ит продукттары етештереүгә махсуслашҡан “Әбйәлил" ауыл хужалығы кооперативы (Н. З. Рәхмәтуллин), Азамат Абсаҙыетвңы мал һуйыу буйынса асылған кооперативы һәм башҡалар бар.
Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарына дәүләт ярҙамы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерлыҡҡа ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә күрһәтелде.
Читайте нас: