+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
12 Февраль 2021, 12:00

“Фермер мәктәбе”ндә уҡыуҙар башлана

“Россельхозбанк” Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән берлектә эшҡыуарлыҡты үҙ көсө менән яңы башлаған, аграр секторҙа мәшғүл буласаҡ эшҡыуарҙарҙы уҡыта һәм кәсеп алып барғандарға квалификацияһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк тыңлаусыларҙы һайлап алған. #национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Россельхозбанк” Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән берлектә эшҡыуарлыҡты үҙ көсө менән яңы башлаған, аграр секторҙа мәшғүл буласаҡ эшҡыуарҙарҙы уҡыта һәм кәсеп алып барғандарға квалификацияһын үҫтереүгә ярҙам итәсәк тыңлаусыларҙы һайлап алған.
Һөҙөмтәлә республикала йәшәгән 21 кеше бөгөн төбәктә ҙур һорау менән файҙаланылған “Һыу ҡоштары” һәм “Ҡортсолоҡ” йүнәлештәре буйынса белем аласаҡ.
Уҡыуҙар 24 февралдә башланасаҡ һәм Башҡортостан дәүләт аграр университеты базаһында үткәреләсәк. Уны тамамлағандар дәүләт өлгөһөндәге диплом аласаҡ.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә ойошторола.
Читайте нас: