+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
16 Февраль 2021, 16:10

Ветстанцияла яңы етәксе

Район ветеринар станцияһында үткән йыйылышта БР Ветеринария идаралығы начальнигы А. С. Йыһаншин, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов һәм уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов ҡатнашты.

Район ветеринар станцияһында үткән йыйылышта БР Ветеринария идаралығы начальнигы А. С. Йыһаншин, район хакимиәте башлығы И. Т. Нафиҡов һәм уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов ҡатнашты.
Беренсе булып һүҙ алған Азат Салауат улы республикалағы эпизоотик хәл менән таныштырҙы. Был тәңгәлдә беҙҙең төбәк имен булһа ла, күрше Татарстанда, Силәбе өлкәһендә ҡош киҙеүе ауырыуы таралыуы хаҡында әйтеп, ауырыуҙарҙы профилактикалау эштәрен ваҡытында һәм сифатлы алып барыу зарурлығын билдәләне.
— Әбйәлил, малдар һаны буйынса, Баймаҡтан ҡала республикала икенсе урында. Халыҡ бөгөн тик мал менән көн күрә, шуға Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр менән алыш-бирештәр күп. Тик ныҡ һаҡ булырға кәрәк, сөнки бер баш мал алып, ҡурҡыныс сир килеп инеүе бар. Бында ҡәтғи тәртип булырға тейеш, — тине идаралыҡ етәксеһе. Һәм миҫалға Учалы районына сирле айғыр индереү һөҙөмтәһендә халыҡта булған бөтә ат малы юҡҡа сыҡҡан һәм 700 баш йылҡы тотҡан «Байрамғол» совхозында бөгөн бер баш та булмауын әйтеп үтте.
Бөтә малдар менән бер рәттән эт-бесәйҙәрҙең тамғаланырға тейешлегенә лә баҫым яһаны идаралыҡ етәксеһе.
— Тамғалатырға теләмәүселәргә һалым һалыу хаҡында мәсьәлә хәл итеүҙе көтә. Мәҫәлән, эттәрҙе приютта тотоу ҙа йылына 20 мең һумға төшә. Приютты төҙөү осһоҙ түгел. Шуға күрә эттәрҙе, шул иҫәптән бесәйҙәрҙе стерилләштәреү мотлаҡ. Был хаҡта халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу зарур, — тине ул. — Ат ҡына түгел, күп урындарҙа һыйыр малдарының көтөлмәүе юл-транспорт фажиғәләренә сәбәпсе була.
Һыйырҙар араһында лейкоз һәм ҡотороу һәм башҡа ҡурҡыныс сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында вакцинациялауға ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Шәхси хужалыҡтарҙа малдарҙы яһалма ҡасырыу ысулын ҡулланыу — шулай уҡ профилактикалауҙың бер юлы.
«Апимондия»ға әҙерләк сиктәрендә быйыл республика бал ҡорттарының ауырыуы буйынса лаборатория асылыу ҡыуанысы менән дә уртаҡлашты Өфө вәкиле.
Азат Салауат улы әйтеүенсә, биологик ҡалдыҡтар буйынса Рәсәйҙә яңы закон ҡабул ителгән, уға ярашлы, бынан ары үләт соҡорҙары төҙөү тыйыла, йәғни үлгән малдарҙы күмеү рөхсәт ителмәй. Мал үләкһәләрен яндырыу өсөн махсус заводтар төҙөләсәк.
— Бөтә профилактик сараларҙы ваҡытында һәм сифатлы башҡарһағыҙ, кешелеккә лә хәүеф янамаҫ, — тине ул. — Халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр буйынса пландар үтәлеп етмәүе һөҙөмтәһендә һеҙҙә хеҙмәт хаҡы уртаса республика күрһәткесенән түбән.
Башҡа бүлектәр буйынса ла анализ яһап, Әбйәлил ветстанцияһының республика буйынса артта ҡалғандар иҫәбендә булыуына борсолоу белдерҙе идаралыҡ етәксеһе.
Ошоға бәйле йыйылышта ҡаралған икенсе мәсьәлә — район ветеринария хеҙмәтенә яңы етәксе тәғәйенләү ине. А. С. Йыһаншин коллективты етәкләйәсәк М. Х. Мәғәфүров менән таныштырҙы. Маҙһар Хәйҙәр улы был өлкәлә үҙ кеше. Ул Буранғол ауылында тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, һөнәре буйынса ветеринар табип, ошоға тиклем дүрт йыл Буранғол ветучасткаһында мөдир булған.
— Ауыл халҡы өсөн дә, эшҡыуарҙар өсөн дә кәрәкле һәм мөһим булған хеҙмәттә һәр яҡтан тәртип булырға тейеш. Берҙәм команда менән ветеринария хеҙ-мәте күрһәтеүҙе яңы кимәлгә күтәрерһегеҙ, тип ышанам, — тип Илдар Таһир улы йәш етәксегә эшендә уңыштар теләне һәм ярҙам итергә әҙер булыуҙарын белдерҙе.
Читайте нас: