Бөтә ғүмерен ауыл хужалығы өлкәһенә бәйләп, иген игеп, малсылыҡта эшләп, абруй ҡаҙанған хеҙмәтсәндәрҙең береһе Юлай Әхмәтов.
Ул бөгөн Рамил Юлдыбаевтың крәҫтиән-фермер хужалығында механизатор булып эшләй.
МТЗ-80 тракторында яҙғы баҫыу эштәре башланыу менән баҫыуға сыға. Тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеүҙе башҡара ул: ерҙе тырмата, дискалай, катуклай. Мал аҙығы әҙерләү осоро етһә, сапҡыс эленгән тракторы менән сенаж, бесән саба, йәшел массаны ташыуҙа ла йөрөй. Фермерҙың картуф баҫыуында барған сәсеү, тәрбиәләү, уңыш йыйыу кампаниялары ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
— Һәр эште ҙур яуаплылыҡ тойоп, намыҫлы башҡарыуы менән айырылып тора Юлай Хәсән улы. Нәҡ уның кеүек уңған эшсәндәр тырышлығы менән башҡарып сығабыҙ баҫыу эштәрен, — ти Рамил Рәжәп улы.
Юлай Әхмәтовтың мөһим ауыл хужалығы кампанияларына йомғаҡ яһалған йыйылыштарҙа һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә билдәләнеп, район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәре тапшырылыуы ла быны дәлилләй.
Ю. Х. Әхмәтов — Афған яуын үткән яугир. Шартлау тауыштары тынмаған ерҙә танк ғәскәрҙәрендә ике йыл дауамында интернациональ бурысын үтәй ул. Көслө алыштар барышында аяғына ҡаты яралана Юлай Хәсән улы. Уның намыҫлы хеҙмәте «Афған һуғышы ветераны», «Тыуған ил һәм Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» һәм юбилей миҙалдары менән билдәләнгән.
Ҡатыны Зөлфиә Буранбай ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Салауат менән Азамат илебеҙгә тоғро хеҙмәт итеп, изге бурыстарын үтәп ҡайтҡан. Бәләкәйҙәре Ыласын әле мәктәптә белем ала.