+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
20 Февраль 2021, 13:30

Хыялдары тормошҡа ашҡан

Ҡариҙел районынан йәш эшҡыуар Александр Кипелов күптән башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү хаҡында хыялланған. #национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡариҙел районынан йәш эшҡыуар Александр Кипелов күптән башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү хаҡында хыялланған. Дүрт йыл элек ул ошо уй-маҡсатын тормошҡа ашырырға булған. Бөгөн фермерҙың хужалығында 130 баш ат, шул иҫәптән 33 ҡолон бар ҙа инде, тип хәбәр итә “Ҡариҙел” гәзите хәбәрсеһе Марина Мальцева. 2021 йылда малдар һанын – 500-гә тиклем еткереп, ә өс йылдан 1 мең башҡа тиклем бейә аҫрарға уйлай.
Үҙенең хыялын тормошҡа ашырыр өсөн Александр Мерәсем ауылында буш торған иген келәтен алған һәм уны ат һарайы итеп үҙгәртеп төҙөй. Хужалыҡта йылҡы итен һәм һөтөн эшкәртмәкселәр. Әле фермер мал көтөүлектәре өсөн ерҙе ҡуртымға алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара.
Әйткәндәй, Башҡортостан Рәсәйҙә ҡымыҙ етештереү буйынса – беренсе, ә йылҡылар һаны буйынса икенсе урынды биләй. Былтыр республикала 3,8 мең тонна файҙалы эсемлек әҙерләнгән. Төбәктәге төрлө хужалыҡтарҙа 117,7 мең баш ат аҫрала. Ә был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Читайте нас: