+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
26 Февраль 2021, 12:45

Башҡортостан аграрийҙары 250 тонна орлоҡ һатҡан

Ошо йылдың февралендә республиканың ауыл хужалығы тауарын етештереүселәре 250 тонна орлоҡ һатҡан. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо йылдың февралендә республиканың ауыл хужалығы тауарын етештереүселәре 250 тонна орлоҡ һатҡан. Атап әйткәндә, был 20 тонна күстерә, 22-шәр тонна клевер һәм кәрешкә, 44 тонна экспарцет һәм 140 тонна ҡарабойҙай орлоҡтары.
Бөтә орлоҡтар референт үҙәгендә тикшереү үткән һәм продукцияның хәүефһеҙ булыуы тураһында һөҙөмтә бирелгән. Таможня союзы илдәре талаптарына тап килгән бөтә орлоҡтар Беларус республикаһына оҙатылған.
Әйткәндәй, 2020 йылда сит илдәргә 165,4 миллион долларлыҡ агросәнәғәт продукцияһы оҙатылған. Был эштәр “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә республикала бойомға ашырылған “Башҡортостан Республикаһында АПК продукцияһын экспортлау” төбәк проекты нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла.
Сығанаҡ: БР Ауыл хужалығы министрлығы.
Читайте нас: