+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
5 Март 2021, 11:39

Яҙғы эштәр барланды

Яҙҙың тәүге айы — март тыуҙы. Тимәк, ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы кампания — яҙғы баҫыу эштәре осоро яҡынлашты.

Яҙҙың тәүге айы — март тыуҙы. Тимәк, ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы кампания — яҙғы баҫыу эштәре осоро яҡынлашты. Ошоно күҙ уңында тотоп, райондың ауыл хужалығы идаралығы етәкселеге хужалыҡтар етәкселәрен һәм инженерҙарын, фермерҙарҙы кәңәшмәгә йыйҙы. «Урал аръяғы — Агро МТС-ы»ның Әбйәлил филиалы базаһында үткән осрашыуҙа һүҙ яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, мөһим кампанияла ҡатнашасаҡ техникаға һәм тағылмаларға техник тикшереү үткәреү, хәүефһеҙлек талаптары мәсьәләләре хаҡында барҙы.
Йыйылыусылар башта предприятие-ның машина-трактор оҫтаханаһында булды. Яғыулыҡ аппаратураһын ремонтлау цехында нигеҙҙә төрлө маркалағы тракторҙарҙың, шулай уҡ КамАЗ машиналарының яғыулыҡ ҡорамалдарына «йән өрәләр». Был цехта форсункаларҙы йүнәтеү-көйләү өсөн алынған яңы ҡорамал да ҡуйылған. Предприятиеның был тәңгәлдә башҡаларға хеҙмәт күрһәтеү мөмкинлеген белешкәндән һуң, етәкселәр ремонт хаҡы, алмаш өлөштәрҙең булыу-булмауы, ремонтлау ваҡыты менән ҡыҙыҡһынды. Был цех хеҙмәте менән даими файҙаланған «Башаҡ» хужалығы баш агрономы Мәжит Солтанов менән «Иҙел+» ЯСЙ-һы директоры Рафаил Әүбәкеров егеттәрҙең эшенә дәғүә булмауын белдерҙе.
Һәр двигателдә дүртәр форсунка торғанын иҫәпкә алғанда, уны көйләү-йүнәтеү хеҙмәте һәр кемгә кәрәк. Өҫтәүенә, был эштәрҙең районда башҡарылыуы отошло.
— Әлегә заказдар күп түгел, әммә ҡыҙыу миҙгел башланһа, сират барлыҡҡа килә, — тине оҫтахана мөдире Р. Ф. Ишбулатов.
Электр ҡорамалдарын йүнәтеү цехында реле, стартерҙар, генераторҙар ремонтлана. Игенселек менән шөғөлләнеү өсөн Урал аръяғы райондарына иң элек булған дымды һаҡлап ҡалыу — беренсел бурыс. Быға баҫыуҙарҙы тырматыу менән генә өлгәшергә була. Предприятиела тырмаларҙы йүнәтеүгә ҙур иғтибар бүленеүе үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Тимерлектә тырмаларҙың етмәгән тештәрен ҡуйып көйләү өсөн махсус стенд та бар, тырма тештәрен теләгән йүнәлештә эшләүгә көйләргә була. Дым ҡаплауҙа мөһим булған тырмаларға тештәр техник талаптарҙы күҙәтеп ҡуйыла. Тәжрибәле игенсе Мәжит Шәғәлиев тырмаларҙы ҡарағандан һуң, тештәрен ныҡ осло итмәҫкә кәңәш бирҙе.
Токарь цехында ла эш геүләп тора. Белгестәр билдәләүенсә, мөмкин булған алмаш өлөштәрҙе үҙебеҙҙә эшләү күпкә осһоҙға төшә.
Кәңәшмәнең рәсми өлөшөн район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов асты.
— Тотош «Урал аръяғы — Агро МТС-ы» өсөн Әбйәлил филиалы хәҙер база предприятиеһы һанала. Ошо сәбәпле, уҙған көҙ предприятиеның булған бөтә техникаһы беҙҙә тупланды. Әбйәлил оҫталары уларҙы ҡарап-йүнәтеп, баҫыу эштәре осоро етһә, райондарға кире таратып бирәсәк. Әгәр инде эш барышында техника боҙола ҡалһа, уларҙы хеҙмәтләндереүгә филиалдың инженерҙары сығасаҡ, — тине Ғәлим Наил улы.
— Әбйәлил филиалы баш предприятиеның төп базаһы итеп билдәләнәүендә беҙҙә әле һеҙ ҡарап сыҡҡан МТМ-ның, ундағы цехтарҙың һәм станоктарҙың, шулай уҡ бар келәттәрҙең һаҡланып ҡалыуы һәм бөгөн тулы көсөнә эшләп тороуы, төплө белемле инженерҙарҙың, уңған механизаторҙарҙың булыуы булышлыҡ итте, — тине үҙ сығышында филиал етәксеһе Фирғәт Сәғитов.
— Филиалда бөгөн йәмғеһе 19 «Джон-Дир» тракторы, ете КамАЗ иҫәпләнә. Бөтә техниканың торошо тикшерелде. Үҙ көсөбөҙ менән ремонт талап иткән өлөштәрен алмаштырҙыҡ йәки ремонтлап кире ҡуйҙыҡ, алмаш өлөштәргә заказ бирелде. Бынан тыш, сәсеү агрегаттарын да ҡарайбыҙ, ипләйбеҙ. Ғөмүмән, баҫыу эштәре старт алыуға бар техника әҙерлек һыҙығына ҡуйыласаҡ, — тип өҫтәне баш инженер Әнүәр Солтанов.
Ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры И. Р. Моталлапов эштәр бары-шында хәүефһеҙлек техникаһын күҙәтеү, ауыл хужалығы тауарын етештереүселәргә бирелгән субсидиялар бүленешендәге үҙгәрештәр хаҡында бәйән итте.
— Сәсеү эштәрен башлауға күп тә ҡалмай, ғәҙәттә 10-15 апрелдә тырма-тыуға төшәбеҙ. Районда бәғзеһе 247 трактор, 159 сәсеү комплексы бар, уларҙың барыһын да ваҡытында ремонтлап әҙерлек һыҙығына ҡуйыу мотлаҡ. Был техника тәүлеккә 2800-2900 гектар ерҙе эшкәртергә мөмкинлек бирә, — тине Илдар Рәшит улы.
Уҙған йыл ауыл хужалығы тармағында районда бәхетһеҙ осраҡтар теркәлмәгән, шулай ҙа эшсәндәрҙең хәүефһеҙлеге беренсе урында торорға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды баш инженер. Механизаторҙарҙы уҡытыу, аттестациялауға ҙур иғтибар бирелергә тейеш. Шулай уҡ техниканы ремонтлау, яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашыусыларға инструктаж үткәреү мотлаҡ, был хаҡта махсус журналдарҙа яҙыуҙарҙың булыуы ла мөһим. Механизаторҙарҙың графикка ярашлы медицина тикшереүҙәре үтеүҙәрен дә күҙ уңында тоторға ҡушты ул. Илдар Моталлапов шулай уҡ социаль страховка фонды аҡсаһын медицина тикшереүҙәре үтеүгә, шәхси һаҡланыу саралары һатып алыуға тотонорға мөмкин булыуы хаҡында тағы бер тапҡыр етәкселәрҙең хәтеренә төшөрҙө.
Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Ҡасим Тайсин бөтә техникаға техник тикшереү үткәреү зарурлығын билдәләне.
— Тракторсыларҙың танытмалары булырға тейешлеге хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ, ярашлы категориялар ҙа — мотлаҡ талап. Кадрҙарҙы әҙерләргә теләһәгеҙ, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында ойошторолған өс айлыҡ курстар эшләй, — тине ул. — Яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ техникаға күҙәтеүҙе 1 апрелгә тамамлау күҙаллана.
Идаралыҡтың баш агрономы В. Н. Миянов быйыл яҙғы сәсеү эштәренең 65 мең гектарҙа үткәреләсәген әйтеп, шуның 42 меңен иген культуралары биләйәсәк, тине. Вил Нәжип улы һүҙҙәренә ҡарағанда, планлаштырылған майҙанды тулыһынса сәсеү өсөн 3394 тонна орлоҡ материалы етмәй. Игенселек менән шөғөлләнгән хужалыҡтар, фермерҙар был мәсьәләне хәл итеүгә тотонған. Тик ҡоро килгән үткән йыл күрһәткестәренән сығып, банкылар ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә ынтылып тормай.
«Россельхозцентр»ҙың Әбйәлил район-ара бүлеге етәксеһе Ф. Ф. Тимер-йәнов ситтән орлоҡтар һатып алғанда карантин саралары күҙәтелергә тейеш-легенә баҫым яһаны. Орлоҡ менән баҫыуҙарыбыҙға төрлө ауырыу, ҡый үләндәре индермәҫ өсөн улар инспекцияла тикшереү үтергә тейеш.
— Тотош илдә пандемия арҡаһында финанс хәл тотороҡло түгел, шуға һәр гектарға бүленгән ярҙам, техника һатып алыуға субсидиялар буйынса аныҡ күр-һәтмәләр юҡ әлегә. Ә минераль ашлама һатып алыуға субсидиялар бүленәсәге билдәле, — тип тамамланы һөйләшеүҙе Ғәлим Солтанов.
Читайте нас: