Тәүге тапҡыр һөйләшеү өсөн йыйылған умартасылар ҡортсолоҡ продукцияһын һатыу, умартасылар кооперативтары төҙөү, бал йыйыу осоронда районға ситтән индерелгән бал ҡорттарҙы контролгә алыу, уларға карантин саралары индереү, умарталыҡтарға паспорттар эшләү, күсмә умарталыҡтар өсөн ер алыу, федераль, район, төбәк кимәлендә умартасыларға ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләлр буйынса асыҡтан-асыҡ һөйләште.
Район умартасылар үҙҙәренең ассоциацияһын төҙөнө, уның етәксеһе итеп Ришат Хисаметдинов һайланды, Мәҙинә Ибраһимова менән Роман Малышевты уның ярҙамсылары итеп билдәләнеләр.