Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан “Ростсельмаш” техникаһын һатып алыусылар араһында лидерҙарҙың береһе тип билдәләнгән. 2020 йылда предприятие үҙ техникаһын башҡорт аграрийҙарына ташыуҙы 94 процентҡа – үҙйөрөшлө техника берәмеген 250-гә тиклем арттырған. Иген йыйыу комбайндары (210 процент), аҙыҡ-түлек йыйыу комбайндары (71 процент), тракторҙар (60 процент) буйынса ҙур үҫеш күҙәтелгән.
Әлбиттә, бындай үҫешкә ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу буйынса субсидия биреүгә киткән сығымдар программаһы булышлыҡ иткән. Былтыр 1,8 миллиард һумлыҡ субсидия бирелгән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Аграр сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.