Өфөлә “Рәсәй” медиаүҙәгендә 23 мартта башланасаҡ Агросәнәғәт форумына һәм 31-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмәгә әҙерлек мәсьәләләренә арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһының генераль директоры Альбина Килдеғолова республиканың үҙәк матбуғаты саралары журналистары һорауҙарына яуап бирҙе.
– Быйыл күргәҙмә “гибрид” форматында уҙасаҡ. Традицион экспозициялар менән бергә беҙҙең төбәк өсөн үҙенсәлекле онлайн-платформа ойоштороласаҡ, ул майҙанда барған хәл-ваҡиғаларҙы онлайн режимында ҡарау мөмкинлеген генә тыуҙырып ҡалмаясаҡ, ә донъяның төрлө мөйөштәренән реаль ваҡытта күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән аралашыу мөмкинлеген дә бирәсәк. Саарала “Роспотребнадзор”ҙың бөтә күрһәтмәләре һәм унда ҡатнашыусыларҙың, ҡунаҡтарҙың һаҡланыу саралары күҙәтеләсәк, – тине Альбина Килдеғолова.
Белеүебеҙсә, “Агрокомплекс” күргәҙмәһе Өфөлә инде 31-се тапҡыр үткәрелә. Быйыл 15800 квадрат метр майҙанда – биш күргәҙмә комплексы майҙансыҡтарында Рәсәйҙең 37 төбәгенән 310 компания ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Чехия, Венгрия, Беларусь Республикаһы кеүек сит илдәрҙең компаниялары һәм вәкилдәре киләсәк. Ә инде Байкал аръяғы крайы, Тверь һәм Омск өлкәләре Өфөлә беренсе тапҡыр үҙҙәренең коллектив стендтарын күрһәтәсәк.
Күргәҙмәләр комплексы алдындағы майҙанда 159 техника һәм ҙур күләмле ҡоролма экспозицияһы ҡуйылған күргәҙмә ойоштороласаҡ. Унда ауыл хужалығы техникаһы һәм комплекттарын етештереүселәр, ветеринария һәм малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы тауарын етештереү, агрохимия, ауыл хужалығы комплексы предприятиеларына хеҙмәт күрһәтеү кеүек йүнәлештә махсуслашҡан компаниялар ҙа ҡатнаша. “Агрокомплекс” күргәҙмәһе барышында фермерҙар етештергән аҙыҡ-түлек йәрминкәһе лә ойоштороласаҡ.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйылғы күргәҙмәнең үҙенсәлекле яғы ла бар – виртуаль күргәҙмә ойоштороласаҡ һәм уны ауыл хужалығы тармағында эшләгәндәр йыл дауамында үҙе теләгән ваҡытта инеп ҡарай ала. Форумда эшлекле программа планлаштырылған. Унда “Ауыл хужалығы комплексын пандемиянан һуң үҫтереүҙең донъяуи тренды” стратегик сессия төп ваҡиға буласаҡ.
Күргәҙмә барышында 23 тармаҡ сараһы ойоштороу ҡаралған, шул иҫәптән ауыл хужалығында һанлы технологияларҙы индереү, ауыл сәнәғәте кластерын үҫтереү, бәләкәй формала хужалыҡ алып барған предприятиеларҙа кластерҙы һәм кооперацияны үҫтереү, тармаҡты техник һәм технологик яҡтан яңыртыу һәм башҡа башҡа йүнәлештәр буйынса секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр уҙасаҡ.
Күргәҙмәлә район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов етәкселегендә Әбйәлил делегацияһы ла ҡатнашасаҡ.
Форум Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекттарын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.