А/хужалығы
19 Марта 2021, 05:51

Умартасыларҙың берләшеүе мөһим

Район умартасылары йыйынында хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, проблемалар күтәрелде, уңыштар барланды

Район умартасылары йыйынында хәл итеүҙе талап иткән көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды, проблемалар күтәрелде, уңыштар барланды.
— Ҡортсолоҡ төп килем сығанағы булған эшмәкәрлек төрөнә әйләнде — районда умарта тотоусылар күп кенә. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙы айырым һөйләшеүгә тәү тапҡыр йыйҙыҡ. Төрлө кимәлдәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн һеҙгә берләшергә кәрәк. Сөнки бөгөн умарталар ултыртыу өсөн ер участкаларын ҡуртымға алыу, етештерелгән продукцияны һатыу ҙа ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, — тине район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов кәңәшмәне асып.
Ғәлим Наил улы әйтеүенсә, дәүләт нәҡ ҡортсолоҡ тармағын үҫтереүгә ярҙам йөҙөнән субсидиялар бүлмәһә лә, «Эш башлаусы фермер», «Агростартап», «Ауыл хужалығы кооперацияларын үҫтереү» кеүек программаларҙа ҡатнашып, субсидия алырға мөмкин. Тик беҙҙә был йүнәлештә ҡыйыулыҡ итеүселәр әлегә юҡ. Продукцияны күмәртәләп һатҡандар баҙарҙа үҙенең хаҡын тәҡдим итә ала. Шуға күрә кооперативтарға берләшеп, баҙарға ҙур күләм менән сығырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта һатыуға сығарылған бал сифатлы булырға һәм матур һауыттарға һалынырға ла тейеш.
— Бөтә умарталарҙың санитар паспорты булыуы шарт. Республикала умарталарға электрон чиптар ҡуйыла. Был алым ярҙамында ветеринарҙар ревизия ваҡытында бал ҡорттары ғаиләһенә быға тиклем ниндәй профилактик саралар ойошторолған булыуын ҡарай ала, дауалау юлдарын барлай. Балды һатыуға сығарғанда ветеринар теркәп ебәргән документта умарталыҡ тураһында был мәғлүмәттәр асыҡ күренә. Идентификация шулай уҡ башҡорт тоҡомло ҡорттарҙы һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә һәм ситтән килтерелгән ҡорттар менән төрлө ауырыуҙар инеүен сикләй, — тине сығышында район ветеринар станцияһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы М. Х. Мәғәфүров. — Ситтән индерелгән бал ҡорттары өсөн мотлаҡ карантин саралары үтәлергә тейеш. Махсус рөхсәт ҡағыҙынан тыш килтерелгән ҡорттарҙың сығышы билдәһеҙ тип иҫәпләнәсәк һәм улар башҡа умарталыҡтарҙан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлаштырылырға тейеш.
Маҙһар Хәйҙәр улы тиҙ арала лаборатор тикшереүҙәр үткәреү өсөн ҡортсоларҙан үлгән умарта ҡорттарын һәм үрсемде ветстанцияға алып килеүҙәрен үтенде. Был хеҙмәт әлегәсә бушлай башҡарыла, тик билдәләнгән осор үтеү менән уның өсөн түләргә кәрәк буласағын да һыҙыҡ өҫтөнә алды баш ветеринар.
Райондың тәжрибәле ҡортсоларының береһе Мәҙинә Ибраһимова үҙенең сығышында бөтә умартасыларҙы борсоған проблемаларға туҡталды.
— Бөгөн фермерҙар, хужалыҡтар үҙҙәре өсөн табышлы булған культураларҙы ғына сәсә. Баҫыуҙарҙа сит илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙаланған рапс, етен кеүек культуралар күпләп урын ала. Өҫтәүенә, рапсты мотлаҡ эшкәртеү талап ителә. Бал ҡорттары зыян күрә. Күрше Белорет, Бөрйән һәм Архангель райондары беҙҙе үҙҙәренең биләмәһенә индерергә ҡаршы, — тине ул.
Мәҙинә Рәсих ҡыҙы шулай уҡ районға ситтән карпат, карника тоҡомло бал ҡорттарының күпләп индерелеүенә борсолоу белдерҙе. Тәжрибәле умартасы әйтеүенсә, улар башҡорт бал ҡортон юҡҡа сығара, ҡатнаш ҡорттар күбәйә. Фермерҙар, хужалыҡтар етәкселәре баҫыуҙарҙы химик препараттар менән эшкәртеү хаҡында алдан хәбәр итмәүҙәре бал ҡорттарының ҡырылыуына килтерә, был ғәмәл бал сифатына ла насар тәьҫир итә. Ғәлим Наил улы әйтеүенсә, уҙған йылдың декабрендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһында умартасылыҡ тураһында»ғы закондың 16-сы статьяһында аныҡ билдәләнгән. Йәғни пестицидтарҙы һәм агрохимикаттарҙы ҡулланыу буйынса планлаштырылған эштәр хаҡында мәғлүмәттә эшкәртелеүсе ер участкаларының сиктәре, эштәрҙе башҡарыу ваҡыты һәм ысулы, файҙаланыласаҡ пестицидтар һәм агрохимикаттарҙың атамаһы һәм уларҙың хәүефлелек класы, умарта ҡорттарын ситкә күсереүҙе тәҡдим иткән көндәре күрһәтелергә тейеш. Эштәр алып барылыу тураһында өс көн алдан хәбәр ителеүе мотлаҡ.
Роман Малышевтың сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Һөнәре буйынса иҡтисадсы булһа ла, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған «Фермер мәктәбе»ндә уҡып йөрөүе, унда дәрестәрҙең ҡыҙыҡлы үткәрелеүе хаҡында бәйән итте ул.
— Төрлө программалар, үҙеңдең продукцияңды нисегерәк итеп һатыу тураһында ла күп нәмә белдем. Кооперация ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Үҙебеҙҙең ойошманы төҙөһәк, эштәрҙе бергәләп башҡарырға, мәсьәләләрҙе күмәкләп хәл итергә мөмкинлек тыуыр ине. Мәҫәлән, умарталарҙы ултыртыу өсөн һәр беребеҙ ер эҙләй. Шул уҡ ваҡытта Нуриман, Архангель район-дарында йүкә үҫкән урындарҙы ҡуртымға алыу мөмкинлеге бар. Был хаҡта мин ағза булып торған «Башҡортостан умартасылары» төбәк ойошмаһы мәғлүмәт еткерә, — ти Роман Николаевич.
Күптән түгел генә ҡортсолоҡҡа тотонған Р. Д. Хисаметдинов та «Фермер мәктәбе» тыңлаусыһы икән. Ришат Дамир улын умартасылыҡ өлкәһендә коопера-тивтар төҙөү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындыра.
— Берләшһәк, эшебеҙҙе артабан алып барыу еңелләшер ине. Мәҫәлән, кемдеңдер умартаһы, икенсенең арбаһы, өсөнсөһөнөң магазины бар. Берәү бал һығыуҙы ойошторһа, икенсебеҙ фасовка-лауҙы, сауҙа итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға мөмкин. Бал ғына түгел, балауыҙҙы ла һатыуҙы ойошторорға була, — тигән тәҡдимдәрен еткерҙе ул.
Район Советы депутаты Йәмил Баймырҙин татлы продукцияны курорт төбәгендә һатыуҙы ойоштороу мөмкинлеге хаҡында һөйләне.
Хәлил Хөшшәмов мәрхәмәтлек хаҡында ла онотмаҫҡа саҡырҙы. Ул үҙе, мәҫәлән, йыл һайын хосписҡа күстәнәскә бал бирә икән. «Балалар йортона, хосписҡа ярҙам итәйек. 9 май байрамына ветерандарға бүләк яһарға була», — ти ул.
Кәңәшмә һуңында район умартасылары үҙҙәренең ассоциацияһын төҙөнө, уның етәксеһе итеп Ришат Хисаметдинов һайланды, Мәҙинә Ибраһимова менән Роман Малышевты уның ярҙамсылары итеп билдәләнеләр.
Читайте нас