А/хужалығы
25 Март 2021, 03:07

Экспортҡа аҙыҡ-түлек күләме артҡан

Үткән йылда республиканан экспортҡа сығарылған ауыл хужалығы продукцияһы 65,1 миллион долларға үҫеп, дөйөм күләмдең 177 миллион долларға еткән.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Үткән йылда республиканан экспортҡа сығарылған ауыл хужалығы продукцияһы 65,1 миллион долларға үҫеп, дөйөм күләмдең 177 миллион долларға еткән. Ошо турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә ВДНХ ЭКСПО күргәҙмә комплексында ойошторолған Агросәнәғәт форумы һәм 31-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә сиктәрендә үткән “Ауыл хужалығы комплексын пандемиянан һуң үҫтереүҙең донъяуи тренды” стратегик сессия“ пленар ултырышында белдерҙе.
Башҡортостан элеккесә ит, ҡымыҙ етештереү буйынса алда бара, һөт, бал ризыҡтары һәм йылҡы һаны буйынса – икенсе, һыйыр малы һаны буйынса – өсөнсө урында. Республика ауыл хужалығы тулайым аҙыҡ-түлеген етештереү күләме буйынса 3,2 процент өлөш менән Рәсәйҙә – алтынсы, Волга буйы федераль округында икенсе (13 процент) урында килә.
Бындай йыл һөҙөмтәүе, былтырғы пандемияға бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, республиканың “Халыҡ - ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға индергән ҙур бер өлөшө булып тора.
Читайте нас