— Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы булышлығында Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы ойошторған форумды асыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров, Премьер-министр Андрей Назаров ҡатнашты. Сараны асҡан саҡта телекүпер режимында «Акрос РБ» ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса яңы производствоға старт бирелде. Республика етәкселеге күргәҙмә менән танышты һәм ҡатнашыусылар, етештереүселәр менән аралашты. Күргәҙмә «гибрид» форматында уҙҙы. Традицион экспозициялар менән бергә беҙҙең төбәк өсөн үҙенсәлекле онлайн-платформа ойошторолдо, ул майҙанда барған хәл-ваҡиғаларҙы онлайн режимында ҡарау һәм донъяның төрлө мөйөштәренән реаль ваҡытта күргәҙмәлә ҡатнашыусылар менән аралашыу мөмкинлеген дә бирҙе.
Биш күргәҙмә комплексы майҙансыҡтарында Рәсәйҙең 37 төбәгенән, шулай уҡ Чехия, Венгрия, Беларусь Республикаһы кеүек илдәрҙең компаниялары һәм вәкилдәре килде. Байкал аръяғы крайы, Тверь һәм Омск өлкәләре Өфөлә беренсе тапҡыр үҙҙәренең коллектив стендтарын күрһәтеүҙе ойошторҙо.
Күргәҙмә ҡуйылған майҙан алдында ауыл хужалығы техникаһы һәм комплекттарын етештереүселәр, ветеринария һәм малсылыҡ, үҫемлекселек, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү, агрохимия, ауыл хужалығы комплексы предприятиеларына хеҙмәт күрһәтеү кеүек йүнәлештәрҙә махсуслашҡан компаниялар ҡатнашты.
«Агрокомплекс» күргәҙмәһе сиктәрендә табыш килтереүсе проекттар нигеҙендә төҙөлгән кооперативтар үҙҙәрендә етештерелгән аҙыҡ-түлектән ҡуйған йәрминкәһе лә бик бай ине.
«Ауыл хужалығы комплексын пандемиянан һуң үҫтереүҙең донъяуи тренды» тип аталған пленар ултырышта ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Рәсәй ауыл хужалығының министрының беренсе урынбаҫары Д. Х. Хатуов тәбрикләне.
Ултырышты оҙаҡ йылдар телевидениела «Ауыл сәғәте» тапшырыуын алып барған, хәҙер «Крестьянские ведомости» медиа-төркөмөнөң генераль директоры Игорь Абакумов һәр мәсьәлә буйынса тормошта осраған хәлдәрҙән миҫалдар килтереп, ҡыҙыҡлы, йәнле итеп үткәрҙе.
Күргәҙмә сиктәрендә ауыл хужалығында һанлы технологияларҙы индереү, ауыл сәнәғәте кластерын үҫтереү, бәләкәй формала хужалыҡ алып барған предприятиеларҙа кластерҙы һәм кооперацияны үҫтереү, тармаҡты техник һәм технологик яҡтан яңыртыу, заманса баҡсасылыҡ, ҡортсолоҡ һәм апитерапия, башҡа йүнәлештәр буйынса ла секциялар эшләне, «түңәрәк өҫтәл»дәр үткәрелде, фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етәкселәре өсөн семинарҙар ойошторолдо.
Беҙҙең ауыл хужалығы идаралығының бүлек етәкселәре, етәксе белгестәр, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм тәжрибәле фермерҙар менән бер рәттән яңы эш башлаған фермерҙар ҙа ҡатнашыуы, уларҙың үҙҙәренең техника паркын һәм ҡорамалдарын яңыртыу юлында булыуы ҡыуаныслы. Өҫтәүенә, республика Башлығы Радий Хәбиров ултырышта «Төбәктең ауыл хужалығы өсөн төп бурыс — яҡын киләсәктә ошо йүнәлештә эшләгәндәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү» тип билдәләне. Был ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә лә, эшкәртеүселәргә лә Хөкүмәт тарафынан артабан да ярҙам булырына өмөт бирә.
Кәрәкле техника-ҡорамалдарҙы үҙ күҙең менән күреп, уның хаҡында белгес-эксперттарҙың фекерен тыңлап һатып алыуға етмәй. Күргәҙмәләр тап шундай мөмкинлек бирә лә инде. Өҫтәүенә, бындай осрашыуҙарҙа башҡаларҙың фекерен ишетеп, үҙ-ара аралашыу мөмкинлеге лә һәр кемгә артабан эш алып барыуҙа, үҫешеүҙә файҙа бирә.