А/хужалығы
26 Марта 2021, 03:50

Алмаш өлөштәр Өфөлә етештерелә

Өфөлә уҙған ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә комплексында Агросәнәғәт форумы һәм 31-се “Агрокомплекс” халыҡ-ара махсуслашҡан күргәҙмә сиктәрендә телекүпер режимында “Акрос РБ” компанияһының ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса яңы производствоһы асылды . #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Майҙаны 1,5 мең квадрат метрға тиң яңы цех Өфө районында урынлашҡан. Компания ауыл хужалығы техникаһы өсөн тағылма, деталдәр һәм запас частәр етештереүгә технологик һәм станок ҡорамалдары алған, иген урыу комбайндары өсөн урғысты ташыу өсөн арба эшләү технологияһын үҙләштерә. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме 220 миллион һум тәшкил иткән. Уны бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә предприятие 30 хеҙмәт урыны булдырған.
Компания кииләсәктә 1,7 мең квадрат метр майҙанда 100 миллион һумға торошло ремонт-сервис үҙәген төҙөүҙе, шулай уҡ техниканы сервис хеҙмәтләндереүе өсөн 100 миллион һумға торошло ҡорамалдар алырға планлаштыра.
“Акрос РБ” йәмғиәте 2013 йылдан эшләй. 2014 йылдан “Ростсельмаш” комбайн заводының һәм башҡа эре ауыл хужалығы техникаһы етештереүселәрҙең дилеры булып тора. Башҡортостандың Ауыл сәнәғәте комплексы преприятиеларын ремонтлау-хеҙмәтләндереү ассоциацияһы составына ингән.
“Акрос РБ” йәмғиәте республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектын бойомға ашырыуға булышлыҡ итә.
Читайте нас