А/хужалығы
1 Апреля 2021, 04:35

Аграр сәнәғәт өлкәһе һанлаштырыла

Өфөлә үткәрелгән “Агрокомплекс-2021” форумында “Ростелеком” йәмғиәте Башҡортостандың аграр сәнәғәте комплексы өсөн ауыл хужалығы эшҡыуарлығына идара итеү һәм малсылыҡ, ҡошсолоҡ өсөн һанлы хеҙмәтләндереү комплекслы системаһын тәҡдим итте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауыл хужалығы эшҡыуарлығына идара итеүҙең һанлы платформаһы ҙур мәғлүмәттәр технологияларына нигеҙләнә, ауыл хужалығы предприятиеларының берҙәм һанлы мөхиттәге мәсьәләләрен хәл итә. Был хеҙмәт мәғлүмәт йыйыуҙы, эшкәртеүҙе тәьмин итә һәм етештереүҙе тулыһынса күҙ алдына килтерергә ярҙам итә.

Реаль ваҡыттағы графиктар, таблицалар һәм диаграммалар рәүешендәге мәғлүмәттәрҙе алыу һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы эштәрен контролдә тоторға мөмкин. Система аграрийҙарға техниканы маҡсатһыҙ файҙаланыу, уның туҡтауы сәбәпле, логистик сығымдарҙы ҡыҫҡартасаҡ, арауыҡта уңыш йыйыуҙы контролдә тоторға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәлә эшҡыуарлыҡтың рентабеллеге артасаҡ.

Система шулай уҡ малдарҙы һанау, уларҙың тән ауырлығын үлсәү һәм башҡа эштәрҙе атҡарыу өсөн яҡшы. Ҡошсолоҡ өсөн дә ул отошло: улар торған биналағы температура, дымлылыҡ һәм башҡа күрһәткестәр тураһындағы мәғлүмәттәрҙе алып буласаҡ.

“Ростелеком”дың форумда күрһәтелгән был мөмкинлектәрен һанлы хеҙмәттәр менән дә берләштерергә мөмкин.

“Ростелеком” компанияһына ҡараған “Башинформсвязь” йәмғиәтенең корпоратив һәм дәүләт сегменттары менән эш буйынса директоры Алексей Борисов: “Республиканың аграр сәнәғәт өлкәһендәге күп компаниялары эшҡыуарлыҡтағы һөҙөмтә ҡеүәтен һанлаштырыуҙа күрә”, – тип белдерҙе. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һанлы иҡтисад” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.

Читайте нас