А/хужалығы
6 Апреля 2021, 05:26

Игенселәр өсөн мәшәҡәтле осор етте

Аграрийҙар бына-бына яҙғы сәсеүгә төшөргә ниәтләй. Әле орлоҡ запасын барлау, техниканы ремонтлау, малдарҙы көтөүгә сығарыу, йәйләүҙәрҙе әҙерләү кеүек мәшәҡәтле эштәр бара.

Аграрийҙар бына-бына яҙғы сәсеүгә төшөргә ниәтләй. Әле орлоҡ запасын барлау, техниканы ремонтлау, малдарҙы көтөүгә сығарыу, йәйләүҙәрҙе әҙерләү кеүек мәшәҡәтле эштәр бара. Ауыл хужалығы предприятиеларының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге тураһында район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов һөйләй.
— Әбйәлилдең аграр тармағында бөгөн 14 ауыл хужалығы предприя-тиеһы һәм 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә.
Йыл һайын ҡырсылыҡ культураларының элиталы сорттарын һатып алыу иҫәбенә орлоҡ фондын яңыртыуға өлгәшелде. Баҫыуҙарға рапс, көнбағыш, етен, соя кеүек перспективалы культуралар сәсеүгә ҙур иғтибар йүнәлтелде. Ҡарт, күп йыллыҡ үләндәрҙең сәсеү майҙандарын 1 мең гектарға тиклем кәметтек. Быйыл сәсеү майҙандары былтырғы менән бер кимәлдә һаҡланды һәм ул 75434 гектар тәшкил итә. 6556 гектарға — яҙғы, 42495 гектарға ҡуҙаҡлы һәм иген культуралары сәсеү ҡаралған. 2021 йылдың уңышына 3050 гектар майҙанда ужым культуралары сәсеп ҡалдырылғайны, уларҙың торошо яҡшы баһалана.
Яҙғы баҫыу эштәрен атҡарып сығыуға ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр үҙ ҡаҙнаһынан 81 миллион һум аҡса тотонорға ниәтләй, ҡалған өлөштө кредит ресурстарын йәлеп итеү, дәүләт субсидиялары ярҙамында ҡаплау ҡарала.
Былтыр 136 миллион һумға 75 берәмек техника һатып алынды, был маҡсатта 24 миллион һум субсидия бүленде. Март башына тракторҙар 81, ер эшкәртеү һәм сәсеү техникаһы 90 процентҡа әҙер тип билдәләнде. Ошо аҙнала бөтә хужалыҡтарҙың машина парктарына техник күҙәтеү тамамлана. Сәсеүгә 89 агрегат, шул иҫәптән «Урал аръяғы Агро» МТС-ының 6 сәсеү комплексы сығасаҡ.
Яҙғы сәсеүҙе тулы кимәлдә башҡарыу өсөн райондың ауыл хужалығы предприятиеларына 10280 тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо булыуы шарт. Әлегә орлоҡ запасы 6934 тонна тәшкил итә, бөтә орлоҡ фонды сифаты лаборатор рәүештә тикшерелде. АХК-ларҙың һәм КФХ-ларҙың ҡатмарлы финанс хәле сәбәпле, орлоҡ һатып алыу ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел. Шуға күрә хужалыҡ-ара алмаштырыу, орлоҡ һатып алыуға килешеүҙәр төҙөү буйынса эш алып барыла. Үҙебеҙҙең районда элиталы орлоҡ етештереүсе «Әбйәлил сорт участкаһы» йәмғиәтенән тыш, хужалыҡтар республиканың башҡа райондарындағы, Ҡурған, Силәбе өлкәһендәге орлоҡсолоҡ предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Минераль ашламалар туплау буйынса ла етди эш дауам итә, баҫыуҙарға мең тоннанан ашыу ашлама индереү ҡаралған. Яҙғы баҫыу эштәренә кәмендә 800 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары талап ителә. Яғыулыҡ ташыусылар менән дә һөйләшеүҙәр башланды.
Читайте нас