Пандемияға бәйле сикләүҙәр булыуға ҡарамаҫтан Башҡортостанда аҙыҡ-түлек етештереү артҡан. Быйыл республикала аҙыҡ-түлек етештереү, бынан ике йыл алдағы ошо осор менән сағыштырғанда, 104,5 процент тәшкил иткән йәки 82,5 миллиард һумлыҡ етештерелгән.
Бигерәк тә ҡош-ҡорт (2,4 тапҡыр), һыйыр һәм сусҡа ите (3,1 процент), үҫемлек майы (18,2 процент), сыр (14,6 процент), туңдырма (6,9 процент) һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештереү күбәйгән.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ит етештереү күләме ҡошсолоҡ комплекстарының яҡшы эшләү һөҙөмтәһе.
Был иһә “Агросәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.