А/хужалығы
9 Апреля 2021, 09:10

Эшеңде дауам итерҙәй улың булһын

Әлмөхәмәт биләмәһе фермерҙары район иҡтисады үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә.

Әлмөхәмәт биләмәһе фермерҙары район иҡтисады үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә. Улар иген игә, һөт, ит һәм башҡа төр аҙыҡ-түлек етештерә, ауыл халҡына эш урындары булдыра, урындағы үҙидара органдарына ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтә, биләмәлә үткәрелгән төрлө сараларға бағымсылыҡ итә.
Биләмәләге 28 фермерға 21 мең гектар ер беркетелгән — был тотош райондың һөрөнтө еренең 28 проценты. Малсылыҡта ҙур үҫешкә өлгәшкән фермерҙар бар. Ҡырсылыҡ йүнәлешен үҙ итеүселәр ҙә етерлек.
Ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары паркы даими яңыртыла. Әлмөхәмәттәр төрлө программалар сиктәрендә 278 миллион һумдан ашыуға биш грант алыуға өлгәшкән.
Сиҙәмдән Әсғәт Тайсин 1992 йылда үҙ эшен булдыра. Бөгөн фермер бер мең гектар ерҙә бойҙай, арпа, һоло, ҡарабойҙай үҫтерә. Тупраҡты эшкәртеү, баҫыуҙарға орлоҡ сәсеү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү һәм уңышты йыйып алыу өсөн техникаһы ла етерлек. «Нью-Холланд», икешәр Т-150, «Беларусь» тракторҙары бар.
— Баҫыуға сығырға ла күп ваҡыт ҡалманы. Яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ тракторҙарҙың, уларға тағылмаларҙың әҙерлеге ошо арала үткән техник күҙәтеү инспекцияһы тарафынан яҡшы баһаланды. Сәсеүгә орлоҡто көҙҙән үк етерлек күләмдә һалдыҡ, — ти Әсғәт Вафир улы.
Фәрит Малыбаев — фермер хужалығы төҙөүгә тәүгеләрҙән булып тотонған уңғандарҙың береһе. «Азатлыҡ» тип аталған хужалыҡ бөгөн шәхси предприятие булараҡ эшен дауам итә.
Фәрит Миҙхәт улы эшкәрткән майҙан ҙур түгел, ни бары 150 гектар. Шулай ҙа ергә хужаларса ҡараш үҙ һөҙөмтәһен бирә: йыйып алынған бойҙай, арпа, һоло уңышы зарланырлыҡ түгел.
Бәләкәйҙән атаһы янында булған улы Шайморат — фермерҙың уң ҡулы. Мәктәптә уҡыған ваҡытта уҡ тракторға танытма алған Шайморат Фәрит улы тракторҙа ла эшләй, комбайн да йөрөтә.
Күптән түгел һатып алынған «Нью-Холланд» тракторына идара итеү өсөн ярашлы категория талап ителгәс, Шайморат Малыбаев Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалында курстарҙы тамамлап, ярашлы категорияға эйә булған.
— Орлоҡ бар, техника әҙер. Ҡеүәтле тракторға тип тәғәйенләп алған «Омичка» сәскесе лә килеп етергә тейеш. Шулай булғас, беҙ баҫыуға сығыуға бөгөндән әҙер, — ти Фәрит Миҙхәт улы.
Читайте нас