А/хужалығы
10 Апреля 2021, 06:05

Мал ҡәҙерен белә Хисмәтовтар

Ҡыш бауырының ни тиклем оҙон булыуын мал тотоп йәшәгән ауыл кешеләре яҡшы самалай.

Ҡыш бауырының ни тиклем оҙон булыуын мал тотоп йәшәгән ауыл кешеләре яҡшы самалай. Шуға күрә аҙыҡ запасы наҡыҫ булмаһын өсөн йәй буйына етерлек бесәнен саба, көҙгөһөн емен, һаламын хәстәрләй, кәртә-ҡураһын йүнәтә. Ә беҙҙә ҡыштар ыжғыр, яҙҙар ҙа һуңлап килә. Октябрҙә кәртәгә ингән мал-тыуар, ҡар иреп, ер-һыу кипкәнсе, ҡыҫҡаһы, ярты йыл аҙбарҙа тора.
Ташбулаттан Рамил Хисмәтов шәхси хужалығында 24 баш эре мал аҫырай. Шуларҙың 15-е — һауын һыйырҙар. Бынан тыш егермеләгән һарыҡ, күп итеп ҡаҙ һәм өйрәк, тауыҡ көтәләр. Шул сама ишле мал һәм ҡош-ҡорт тотоуға күпме көс һәм тырышлыҡ һалына икәнлеген үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ инде хәҙер. Бик күп.
Ә бит ғаилә пары икеһе лә эш кешеләре. Рамил Саяр улы — мәктәптә автобус водителе, Гүзәл Мирза ҡыҙы «Яҡты-Күл» шифаханаһында хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес. Хисмәтовтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 15 йыл, ике бала үҫтерәләр. Лиана 8-се класта белем ала, балалар баҡсаһына йөрөгән Йәмилгә 5 кенә йәш әле.
Ауылда тыуып, бәләкәйҙән мал ҡарашып үҫкән Рамил өсөн кәртә тултырып һыйыр-һарыҡтар көтөүе бер ни түгел. Ирмен тигән ир кеше ғаиләһен матди яҡтан тәьмин итергә, етеш тормошон хәстәрләргә тейеш, тип иҫәпләй ул. Ит-һөтөн һатып шәхси хужалығынан да арыу уҡ килем ала Хисмәтовтар. Мәҫәлән, көҙгөһөн биш баш эре мал тотонғандар. Ә һөт продукцияһын даими һатып алыусылары өй өҫтөнән үк алып китә. Был эштә ғаилә башлығының хаҡлы ялдағы әсәһе Фәриҙә Ғиниәт ҡыҙы ярҙам итә. Рамил Саяр улы атай нигеҙенән алыҫ китмәй, ошо уҡ ихатала үҙ донъяһын ҡорған. Ике хужалыҡҡа 30 сутый ерҙә йәшелсә-емеш үҫтереп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт үрсетеп, ең һыҙғанып тормош көтәләр.
Мәктәп автобусы водителенең эш көнө иртә башлана. Иртәнге сәғәт һигеҙгә көн дә Айыуһаҙы, Ташбулат станцияһы балаларын мәктәпкә илтә ул. Шуға тиклем кәртә-ҡураһында иртәнге эштәрҙе теүәлләп өлгөрә. «Сосораҡ булһаң, йоҡлап ятмаһаң, өйҙә лә, эштә лә етешергә була», — ти ул. Әйткәндәй, хәстәрлекле атай мәктәптең ата-әсәләр комитеты ағзаһы булып тора, ауылда үткән төҙөкләндереү, таҙартыу өмәләренән дә ситтә ҡалмай.
Мул һөт осоронда һауын аппараты менән файҙаланыуҙары хужабикәнең дә эшен бермә-бер еңелләштерә. Әле һөттө сәйлек кенә һауып алалар, уның ҡарауы, быҙауҙар тос булып, йылдам үҫә.
— Малды көткәс, ыҙалатмай, йонсотмай көтөр кәрәк. Ихатала өс йылы ҡура бар. Йыл да 150 күбәнән дә кәм бесән әҙерләмәйбеҙ. Трактор менән Данил ҡустым ярҙам итә. Фуражды һатып алабыҙ. Йәйгеһен һыйырҙарҙы көтөүгә ҡыуабыҙ, ҡаршы алабыҙ, аҙҙырып-туҙҙырып йөрөтөп ҡуймайбыҙ. Көтөүсегә ай һайын түләп торабыҙ. Мал тотоу еңел эш түгел, әммә тырышһаң, иш янына ҡуш булырҙай килеме бар, — ти 2020 йыл йомғаҡтары буйынса районда иң яҡшы шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәһе тип билдәләнгән Р. С. Хисмәтов.
Тырыш ҡулға мал инә, ти халыҡ. Мал көсө менән ең һыҙғанып донъя көткән, балалар үҫтереп-уҡытҡан ғаиләләр арабыҙҙа бик күп. 2020 йылды йомғаҡлау тантанаһында тағы ла ике өлгөлө шәхси хужалыҡ билдәләнде. Сиҙәм ауылынан Геннадий Адайкин үҙенең хужалығында — 22, Буранғолдан Рауил Сабитов 18 баш эре мал тота. Быларҙан тыш, һарыҡ, ҡош-ҡорт, һуңғыһында йылҡы аҫ-райҙар. Ике ғаиләлә лә өсәр бала тәрбиәләнә, булдыҡлы ата-әсәләре миҫалында бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫә. Малды күбәйтһәң — техникаһыҙ булмай. Һәр ҡайһыһының тракторҙары бар. Улар шәхси техникаһы менән ауыл мәнфәғәтендәге төҙөкләндереү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәрендә лә ҡатнаша.
Читайте нас