Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктәге агросәнәғәт комплексын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса күсмә “Ауыл сәғәте”н Башҡортостан дәүләт аграр университеты майҙансығында үткәрҙе.
– Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы әүҙем үҫешә. Шул уҡ ваҡытта, тармаҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә, – тине Радий Хәбиров. – Ауыл хужалығын кәрәкле белгестәр менән тәьмин итеү тураһында бергәләп уйланырға тейешбеҙ. Шуға күрә аграр университетта “Ауыл сәғәте”н үткәрәбеҙ. Бында көслө уҡытыусылар коллективы тупланған, яҡшы уҡытыу-етештереү базаһы булдырылған – юғары класлы белгестәр әҙерләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы етештереүенең йылдам үҫеше ҡул хеҙмәтен байтаҡҡа кәметеүе, тармаҡтағы процестарҙы механизациялауҙың әһәмиәтен арттырыуы тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы предприятиеларына эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә 500 мең һум түләү практикаһы һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Республика Башлығы был түләүҙе 750 мең һумға тиклем арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
БДАУ ректоры Илдар Ғәбитов белгестәр әҙерләү йәһәтенән университеттың Рәсәйҙәге 54 аграр юғары уҡыу йортоноң алдынғы унау иҫәбенә инеүе тураһында әйтте.