Ауылда иң кәрәк кешеләрҙең береһе — ветеринар. Мал-тыуар ауырып китһә, һыйыр быҙаулай алмай интекһә, яман нәмә ашаһа, ағыуланһа — донъя көткәндә ниндәй генә хәлдәр булмаҫ, ярҙам һорап башҡа кемгә күҙ төбәйһең? Айыуһаҙы ауылы уҙаманы Фирғәт Арғынбаев һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һаҡлап, 40 йылдан ашыу ветфелдьшер булып эшләй.
1975 йылда Йылайырҙағы 28-се СПТУ-ла ветеринарға уҡып сығып, «Путь Ленина» колхозының Айыуһаҙы бригадаһында хеҙмәт юлын башлай. Ике йыл әрмелә йөрөп ҡайтҡас, ең һыҙғанып эшкә егелә. Дөрөҫ, өс йылға үҙ теләге менән мәрхәмәтле эшенән айырылырға тура килә уға. Типһә тимер өҙөрҙәй янып торған сағында нимә уйлап мал араһында йөрөй әле ул, тип, механизатор булырға ҡарар ҡыла. Таштимерҙә 8 айлыҡ курс тамамлап тиҙҙән «тимер ат»ҡа ла ултыра. Ләкин ике йылдан кире ветеринар булып элекке урынына ҡайта. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ тигәндәй, механизаторға уҡыуының кәрәге бөгөн дә тейә. Үҙенең шәхси Т-40 тракторы менән бесән әҙерләй, башҡа көнкүреш-хужалыҡ йомоштарын атҡара.
Яратҡан эш беләк талдырмай тиеүҙәре раҫ. Фирғәт Әүхәҙи улы һөнәренә ихлас күңел һала. Заманалар үҙгәреп, «Путь Ленина»нан айырылып «Октябрҙең 40 йыллығы» колхозына ҡушылғанда ла, 90-сы йылдарҙа Айыуһаҙы бригадаһы хужалыҡтан бүленеп сығып, «Шишмә» колхозына ойошҡанда ла ул үҙ эшен дауам итә. Хужалыҡ тарҡалыу сәбәпле, 2006 йылда эшһеҙ тороп ҡалғас, «Юбилейный» ял йортона ҡарауылсы булып урынлаша.
2012 йылда Фирғәт Арғынбаевты Ташбулат ветеринар участкаһына ветсанитар вазифаһына саҡыралар. Участка мөдире Ишморат Хафизов, ветеринар фельдшер Ғәлимйән Фәтхуллин менән өсәүләп ауыл биләмәһенә ҡараған туғыҙ ауылда йорт хайуандарының именлеге, сәләмәтлеге һағында тырыш хеҙмәт итәләр. Хеҙмәттәштәре хаҡлы ялға сыға. Уларҙың үксәһенә баҫып килгән Фирғәт Әүхәҙи улы пенсия йәшен тултырғас, эштән китергә ашыҡмай, әле булһа ла ветеринар фельдшер булып эшләп йөрөй. Бай тәжрибәһен йәштәргә өйрәтә.
— Ваҡытында үҙем дә «БАССР-ҙың атҡаҙанған ветеринар табибы» исемен йөрөткән, колхоздың баш ветеринары Йомор Атауллиндың ҡул аҫтында эшләп байтаҡ тәжрибә тупланым. Беҙҙең хеҙмәттә был бик мөһим. Малҡайҙарҙың хәлен һөйләп бирергә теле юҡ бит, — ти мал йәнле, эшен яратып башҡарған һөнәрмән.
Ветеринарҙар бер ҡасан да буш ултырмай, ваҡыт менән иҫәпләшмәй. Йоғошло һәм ҡурҡыныс сирҙәргә таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн өй беренсә йөрөп, йорт малдарына миҙгелле профилактик эшкәртеүҙәр, вакциналар һалыу, ҡан алыу башҡарыуҙан тыш, бәләгә тарыған мал хужаларына ярҙамға ашығалар.
— Профилактика сараларына етди ҡарайбыҙ. Силәбе өлкәһе менән сиктәш булыу бигерәк тә яуаплылыҡ өҫтәй. Бысраҡ мәл тип тормай, әлеге ваҡытта лейкозға, брюцеллезға тикшереүгә ҡан алыу менән мәшғүлбеҙ, сирҙәрҙе алдынан алыу яҡшыраҡ, — ти 2020 йыл йомғаҡтары буйынса райондың иң яҡшы ветеринары тип билдәләнгән Ф. Ә. Арғынбаев.