А/хужалығы
20 Апреля 2021, 05:41

Игенселәр сәсеүгә әҙер

Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә уҙған агроконференцияла Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Суриков, район башлығы Илдар Нафиҡов, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов ҡатнашты.

Ялан-ҡырҙар ҡарҙан әрселеп бөттө һәм игенселәргә баҫыу эштәренә тотоноуға күп ҡалманы. Районда яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек мәсьәләһе Әлмөхәмәт ауыл биләмәһендә уҙған агроконференцияла тикшерелде. Был мөһим сарала Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Суриков, район башлығы Илдар Нафиҡов, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғәлим Солтанов ҡатнашты.
Конференция башында аграрийҙар, элекке «Урал» совхозы ерҙәрендә эшләп килгән фермер хужалыҡтары техникаһының яҙғы сәсеүгә әҙерлеген ҡараны. Әлмөхәмәттәрҙең ҡунаҡтарға күрһәтерлек ҡеүәтле тракторҙары ла, заманса ерҙе эшкәртеү ҡорамалдары ла, бына тигән сәсеү комплекстары ла күп кенә.
— Социалистик Хеҙмәт Геройы Вафир Тайсиндың улдары тәүге булып үҙ хужалыҡтарын төҙөгәс, улар өлгөһөнә башҡалар эйәрҙе. Бөгөн Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ерҙәрендә 25 фермер хужалығы теркәлгән. Аяҡтарында ныҡ баҫып торған фермерҙарҙың һәр ҡайһыһының техника паркы яңы трактор-комбайндар менән тулыланыуы ҡыуаныслы, улар иген игеүҙең яңы, заманса технологияларын ҡыйыу үҙләштерә, — тине Ғәлим Наил улы.
«Россельхозцентр» инспекторҙары район хужалыҡтары һәм фермерҙарынан тикшереүгә килгән орлоҡ өлгөләренең сифаты менән таныштырҙы.
С. Старцевтың былтыр төҙөгән иген һаҡлау келәтен ҡаранылар. Сергей Сергеевич әйтеүенсә, бинаны төҙөүгә 5 миллион һум тотонһа, асфальт түшәүгә генә ике миллион һум аҡса киткән.
Бында элекке хужалыҡтың биналарын әрәм-шәрәм итеүгә, юҡҡа сығарыуға юл ҡуйылмауы яҡшы. Мәҫәлән, фермерҙар Әсғәт һәм Рәғип Тайсиндар, Фәрит Малыбаев совхоздың элекке автогаражының бөгөн дә хеҙмәт итеүенә булышлыҡ иткәндәр. Рамил Юлдыбаев иһә ташландыҡ хәлдә булған өс келәтте алып, уларҙың ҡыйығын яңыртып ябып, асфальт түшәүгә өлгәшкән.
Сергей Старцевтың келәтендә тау-тау иген культуралары ята, уңышты йыйып алғандан һуң беренсел эшкәртеп һалынған орлоҡтар улар. Фермерҙың дүрт мең гектар ере бар, уны ике сәсеү комплексы иңләйәсәк.
Быйыл фермер сәсеүгә әҙерлек барышында сәскестәрҙе үҙ еренә яраҡлаштырып үҙгәрткән, йәғни улар сәсеү тәрәнлеген бер тигеҙ тотасаҡтар.
Фермерҙар алған заманса сәсеү комплекстары бер нисә эште бер юлы башҡарыуы менән алдыра: ерҙе сәсеү алдынан эшкәртә лә, сәсә лә, орлоҡто ағыулай ҙа, ашлама индерә лә, ерҙе катуклай ҙа ала. Был No-till технологияһы буйынса эшләгән игенселәргә айырыуса ҡулай.
Сергей Сергеевич әйтеүенсә, орлоҡ запасы етерлек, уларҙың сығышы яҡшы, минераль ашламалар ҙа бар.
— Бойҙай, етен, борсаҡ сәсәбеҙ. Былтыр һынамаҡҡа 300 гектарҙа сәскән борсаҡтың хаҡы ла яҡшы булды, өҫтәүенә, ул башҡа культуралар өсөн һәйбәт элгәр. Шуға ла быйыл борсаҡ майҙанын 500-600 гектарға тиклем арттырырға иҫәп, — тип пландары менән уртаҡлашты ул.
Культураларға химик эшкәртеү үткәргәндә иретмәне һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән һауыттар ултыртылған тағылмаһы ла, «Туман» һиптергесе лә бар уңған хужаның. С. Старцев орлоҡто тейәгәндә ҡулланған тракторының тейәгесенә электрон үлсәгес ҡуйыуы орлоҡ миҡдарын контролдә тоторға булышлыҡ итә.
Был төбәк фермерҙары билдәләүенсә, бындағы ерҙәр тәрән эшкәртеүҙе талап итә, шуға ла уларҙың күпселегенең ошоға ҡулайлы агрегаттар ҡулланыуы отошло, бындай ҡорамалдар тупраҡ киҫәктәрен онтай, ә был дым ҡаплауҙа мөһим роль уйнай.
Заманса техника һәм ҡорамалдар тупраҡты эшкәртеү менән сәсеү аралығын кәметә, сәсеүҙе дым барҙа, йәғни оптималь ваҡытта башҡарырға булышлыҡ итә, яғыулыҡ-майлау материалдарын экономиялай һәм һуңғы иҫәптә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү үҙҡиммәтен кәметергә мөмкинлек бирә. Техника навигаторҙар менән дә йыһазландырылған.
Йәш фермер Андрей Рахаевтың техника паркына ла күҙ ҡыҙырлыҡ. Ул быйыл һатып алған алты банкалы СКП-2.1 сәскесе бер юлы сәсә лә, ерҙе культивациялай ҙа. Уны К-700 тракторы хеҙмәтләндерәсәк. Һыу һиптергес алыуға ла өлгәшкән фермер.
Тимур Сәйәховтың техника паркы яңы МТЗ тракторы менән тулыланған.
Владимир Серпков хужалығында 15 метр киңлектәге агрегат, сменаһына 120-130 гектар ерҙе эшкәртә алған сынйырлы тырмаһы ла күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Заман менән бергә атлаған фермерҙар юғары етештереүсәнле, төрлө яңы техниканы күпләп алыуы ҡыуаныслы.
Рәғип Тайсин сәсеү агрегаттарын баҫыуға махсус тағылмаларҙа йөрөтә. Быйыл тағы берәүҙе алған ул.
— Сәскестәрҙе һүтеп-йыяһы түгел, тейешле урынға алып барып, бушатып, тракторға эләһең дә эшкә лә тотонаһың, — ти ул тағылмаларҙың уңайлылығын баһалап.
Фермерҙар ҡеүәтле тракторҙарын ғәҙәттә ҙур предприятиеларҙа йүнәттерә, уның хаҡы хөкүмәт тарафынан субсидиялана. Капремонттан ҡайтҡан тракторҙарҙың сифатына дәғүә юҡ, ти фермерҙар.
Агроконференцияның Сиҙәм мәҙәниәт йортонда дауам иткән өлөшөндә ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеүсе предприятиеларҙың яңылыҡтары менән дә танышып, кәрәкле мәғлүмәт тупланылар.
Министр урынбаҫары Ирек Искәндәр улы быйылғы йылда агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Республика, Урал аръяғы, шулай уҡ район буйынса игенгә хаҡтарҙың күпмегә күҙалланыуы, ташламалы страховкалау, карантин саралары, техника, ашламалар һатып алыуға ҡаралған субсидиялар, ҡырсылыҡта һанлы технология индереү мөмкинлектәре хаҡында ла бәйән итте. Әбйәлилдәрҙең техника яңыртыу буйынса алдынғылар иҫәбендә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды министр урынбаҫары. Ул шулай уҡ элиталы орлоҡтар сәселгән майҙандарҙы арттырырға, майлы культураларҙы күберәк сәсергә тәҡдим итте.
— Йылдың уңышлы килеренә өмөтләнәбеҙ, — тине район башлығы Илдар Нафиҡов. — Иҡтисади үҫештә барыһы ла үҙегеҙҙән тора, ҙур һорау менән файҙаланған культуралар сәсергә тырышығыҙ. Бөгөн ер мәсьәләһе киҫкен. Көн һайын кешеләр ер участкаһы һорап килә. Һөрөнтө ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләһе айырым контролдә. Беҙҙә һөрөнтө ерҙәрҙе ҡайһы берәүҙәр сит өлкә фермерҙарына субарендаға биргән осраҡтар бар. Быға юл ҡуйылырға тейеш түгел. «Завет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Урал аръяғы-Агро МТС-ы» предприятиеһының Әбйәлил филиалының һөҙөмтәле эшен тәьмин итеү маҡсатында төрлө варианттар ҡарала.
Райондағы сәсеүгә әҙерлек, субсидиялар, эш хаҡы тураһында ауыл хужалығы идаралығы белгестәре һөйләне.
Вил Мияновтың сығышынан күренеүенсә, яҙғы сәсеү эштәре быйыл 76754 гектарҙа башҡарыласаҡ. Баш агроном шулай уҡ майҙандарҙың планлаштырылған структураһы менән таныштырҙы, минераль ашламалар, элиталы орлоҡтар менән тәьмин ителеш хаҡында мәғлүмәт бирҙе.
Фәнүзә Лоҡманова төрлө дәүләт ярҙамы, субсидиялар хаҡында аңлатты. Коммерция нигеҙендә студенттарҙы уҡытыу программаһы булыу хаҡында әйтеп, тейешле документтар тапшырылһа, сығымдарҙың 30-90 проценты кире ҡайтарылыуын белдерҙе. Быйыл практика үткән студенттарға киткән сығымдарҙы ла ҡайтарыу мөмкинлеген ишеттерҙе.
Илдар Моталлапов яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашасаҡ трактор-агрегаттар хаҡында һөйләне. Районда тракторҙарҙың 61 проценты иҫкергән. Шул уҡ ваҡытта һуңғы биш йылда техника паркы 366 берәмеккә тулыланған. 758,6 миллион һумға төшкән техниканың 203 миллион һумын хөкүмәт субсидиялаған.
Гүзәл Мостафина районда ауыл хужалығы тармағында уртаса эш хаҡы 30 мең һум булыуын белдерҙе.
— Булған техниканың 86 проценты тикшереү үтеп, шуларҙың әлегә 65 процентына ғына баҫыу эштәрендә ҡатнашыуға рөхсәт бирелде, — тине райондың техник күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Ҡасим Тайсин.
ЗУЭМВС предприятиеһы етәксеһе Кәрим Күлмөхәмәтовтың сығышы ерҙе һуғарыу мәсьәләһенә арналды.
— Әбйәлил районы республикала ерҙәрҙе һуғарыу ысулын ҡулланған тәүге район тиергә була. Картуфсылыҡ менән шөғөлләнгән Рамил Юлдыбаев һуғарыу системаһының уңышты күпкә күтәреүен күҙ уңында тотоп, насос станцияһы менән һуғарыу системаһы төҙөттө. Өҫтәүенә фермер «2025 йылға тиклем Рәсәйҙә мелиорация комплексын үҫтереү программаһы» ярҙамында сығымдарҙың 50 процентын ҡайтарыуға өлгәште. Быйыл был тәңгәлдә Сергей Старцев эш башланы, ул 200 гектар майҙанды һуғарыу мөмкинлеге булған станция төҙөргә планлаштыра. Йәшелсәләрҙе генә түгел, мал аҙығы культуралары майҙандарын да һуғарып, мул уңыш алырға була, — тип башҡаларҙы ла ошо ысулды ҡулланырға саҡырҙы ул.
Мәҫәлән, һуғарыулы баҫыуҙарҙа үҫкән люцернанан дүрт тапҡыр уңыш йыйырға була икән. Орлоҡҡа үҫтерһәң дә хаҡы бик юғары.
«Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы» йәмғиәте етәксеһе Сергей Гусев беҙҙең төбәктә мул уңыш алыр өсөн культураларҙың ниндәй сорттарын сәсергә кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт бирҙе. Төбәктә борсаҡты тәрән эшкәртеү буйынса завод төҙөләсәген әйтеп, был культураға ла өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итте.
Конференцияла шулай уҡ Әлмөхәмәт элеваторы һәм «Ситно» предприятиеһы вәкилдәре Олег Глазков менән Евгений Шушунов игенде ҡабул итеү, кредиттар, аванслау хаҡында күп һанлы һорауҙарға яуап биҙе.
Кәңәшмә бик эшлекле шарттарҙа үтте, аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы һәм ваҡытында атҡарып сығыу өсөн файҙалы мәғлүмәт, кәңәштәр алды, тәжрибә тупланы.
Читайте нас