А/хужалығы
21 Апреля 2021, 11:30

Ауылды үҫтереү программалары эшләй

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы, ауыл кешеләренең тормошон яҡшыртыу буйынса эштәр дауам итә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы, уҙған йылдарҙағы кеүек, 2021 йылда ла ауыл биләмәләрен төҙөкләндереү һәм республиканың бөтә өлөштәрендә кешеләрҙең тормошо өсөн уңайлы шарттар булдырыу дәүләттең мөһим бурыстарының береһе булып ҡала. Быйыл ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү буйынса эштәргә 1,66 млрд һум, шуның 1,2 млрд һумы федераль бюджеттан бүленгән. Был яңы торлаҡ, юлдар, социаль объекттар, төҙөкләндереү эштәре тигән һүҙ. 700 миллион һумдан күберәк аҡса --“Ауыл биләмәләренең заманса йөҙө” йүнәлеше буйынса, 200 миллионы – торлаҡ төҙөлөшөнә тотоноласаҡ.
Газификацияға 60 миллион һум бүленгән, 20 саҡрым селтәр һуҙыу планлаштырылған. Программа шулай уҡ 126 миллион һумға 50 саҡрым һыуүткәргес һалыуҙы, 35 төҙөкләндереү проектын, ауылда йәшәүсе 320 кешене эшле итеүҙе күҙ уңында тота.
Мәғлүмәт Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы порталынан алынды.
Читайте нас