2021-2026 йылдарға Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү концепцияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә кесе бизнесты трансформациялау ярҙамында яңы эшкәртеү производстволарын булдырыу планлаштырыла.
Бөгөн Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса кесе бизнесҡа алты ярҙам программаһы эшләп килә. Был «Агростартап», «Ғаилә фермаһы» гранттары, кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереүгә грант, «Агропрогресс», «Агротуризм» гранттары һәм кооперативтар сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар. Бынан тыш концепция сиктәрендә килем килтереүсе предприятиелар буйынса һөҙөмтәлелеген күрһәткән проектҡа үҙгәрештәр индереү тәҡдим ителә.
Киләсәктә ярҙамдың 14 млн һумға тиклем арттырылыуы күҙаллана, элегерәк ул 3 млн һум тәшкил итә ине.
Һөҙөмтәлә, концепцияның был йүнәлешен тормошҡа ашырыу кесе бизнесты эрерәк эшкәртеү производстволарына үҙгәртеүгә килтерергә тейеш.