А/хужалығы
27 Апреля 2021, 05:01

Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына

Көндәр ҡапыл ныҡ йылытҡас, баҫыу-болондарҙағы ҡалын ҡар ҡатламы бик тиҙ иреп бөттө.

Көндәр ҡапыл ныҡ йылытҡас, баҫыу-болондарҙағы ҡалын ҡар ҡатламы бик тиҙ иреп бөттө. Ошоғаса ҡыр өҫтөндә турғайҙар йыры ғына яңғыраһа, хәҙер был тауышҡа техника гөрөлдәүе лә ҡушылды. Аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәрен башланы.
— Район игенселәре яҙғы баҫыу эштәрен 14 апрелдә башланы. Беренселәрҙән булып «Башаҡ» хужалығы механизаторҙары дым ҡаплауға төштө. Был мөһим кампанияға уҙған аҙнала башҡа хужалыҡтар ҙа ҡушылды, — тип таныштыра эштәр барышы менән район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ғ. Н. Солтанов.
Ял көндәрендәге ямғырҙар аграрийҙар өсөн кәрәкле һәм файҙалы ла булды.
Ғәлим Наил улы әйтеүенсә, ямғырҙарға тиклем дым ҡаплау планлаштырылған майҙандың 70 процентында башҡарылған. Күп йыллыҡ үләндәрҙең 60 процентын тырматып өлгөргәндәр.
Ужым культуралары тотош район буйынса 3050 гектарҙы биләй. Райондың баш аграрийы билдәләүенсә, бөтә баҫыуҙар ҙа һәйбәт ҡышлаған. Уҙған аҙна аҙағына 1800 гектарҙа ужым өҫтәмә туҡландырылған. Был эш «Башаҡ» һәм «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы» ЯСЙ-һында, фермер С. Старцев хужалығында башҡарылған. Башҡалар ҙа минераль ашламалар туплаған, ошо арала мөһим эш аҙағынаса еткереләсәк.
Тик ужым культураларын аттар тапаған баҫыуҙарҙа ашлыҡ әле генә баш ҡалҡыта, ә улар йөрөмәгән урындарҙа культуралар матур булып шытып сығырға өлгөргән.
— Ҡояш һәм ел дымды, ялмап алғандай, тиҙ арала юҡҡа сығара, шуға көнө генә түгел, сәғәте лә ҡәҙерле. Бөгөн төп бурыс — дым ҡаплауҙы, тырматыуҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлауҙы тамамлау, — тип дауам итә Ғәлим Наил улы. — Етмәгән орлоҡ күләмен хужалыҡтар үҙ-ара алыш-биреш яһап, шулай уҡ ситтән һатып алды һәм бөгөнгә орлоҡ материалы менән тәьмин ителгәнлек 100 процент тәшкил итә.
Көндөҙ 14-15 градусҡа тиклем йылытһа ла, төндәрен һауа температураһы түбән ҡала. Ер ныҡлап йылынмайынса, сүп үләндәре шытып сыҡмай икән. Иң элек көнбағыш, етен кеүек культураларҙы сәсеүгә төшөү күҙаллана.
— Беҙҙең хужалыҡтарҙа юғары етештереүсәнле заманса техника күп, әле барыһы ла уларҙы баҫыуға сығарып һынап ҡараған. Сәсеүҙе ҡыҫҡа ваҡытта башҡарырға мөмкинлеге булған хужалыҡтарҙа ашыҡмаясаҡтар, сөнки ҡый үләндәренә үҫергә бирмәү мөһим. Ғөмүмән, баҫыуҙар әҙер, орлоҡ, техника, яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған. Игенселәрҙең үҙҙәренә йөкмәтелгән изге бурысты намыҫ менән үтәп сығырына ышаныс ҙур, — ти Ғәлим Наил улы.
Читайте нас