Ул эшһөйәр — урындағы хужалыҡта шофер була, унан элемтәлә, «Газпром» йәмғиәтендә эшләй, ике йыл элек хаҡлы ялға сыҡҡан. Спортсы — районда ғына түгел, республикала абсолют чемпион титулына эйә булған бил бирмәҫ көрәшсе, абруйлы тренер, үҙенең призына мәктәп уҡыусылары араһында район ярышын ойоштороусы, бағымсы. Эшҡыуар — тормош юлдашы Әлфинә Мөҙәрис ҡыҙы менән үҙ эштәрен асып, 19 йыл сауҙа өлкәһендә хеҙмәт итәләр, өс магазин тоталар. Диндар — нәҫелдән килгән күркәм ғәҙәтте дауам итеүсе, Амангилде мәсете мөәзине, тиҫтә йылдан ашыу биш намаҙын ҡалдырмай, ураҙа тотоуына 20 йылдан да күберәк. Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы — йәмәғәте менән көн дә кискеһен йәйәү йөрөүҙе үҙ итеүҙәренә байтаҡ ғүмер аҡҡан, элегерәк Үтәгәнгә барып етһәләр, олоғая килә, маршрутты ҡыҫҡартып, алты саҡрымға ҡалдырғандар. Өлгөлө ғаилә башлығы, атай — өс балаға матур тәрбиә, белем биреп, үҙ аллы тормош юлына сығарғандар. Был юлы иһә Ғабдрахман Зәйнулла улы хаҡында умартасы булараҡ һөйләмәксемен. Ниәтемдең ерле генә сәбәбе лә бар — 2020 йыл йомғаҡтары буйына ул райондың иң яҡшы умартасыһы тип билдәләнде.
— Районда минән тәжрибәлерәк, күстәр һаны буйынса ла өҫтөнөрәк умар- тасылар бик күп. Минең кәсебемдең юғары баһаланыуын урман төбәгендәге ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ҡорт тотоп килеүем өсөн тип ҡабул иттем. Ғөмүмән, беҙҙең төбәк ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүгә уңайлы түгел. Бүтән яҡтар менән сағыштырғанда, Буранғолдан Тирмәнгә саҡлы, Ҡыҙыл буйы ауылдарында һауа температураһы байтаҡ айырма бирә, йәй буйына ҡырауҙар йөҙәтә. Хатта был тирәләрҙә ҡырағай бал ҡорттары ла ояламай. Шуға күрә умартасылыҡ менән булышыуға һирәктәр генә баҙнат итә. Климаттың ҡатылығы арҡаһында һалған хеҙмәт ҡайсаҡ аҡламай ҙа. Бигерәк тә күстәрҙе ҡышлатыуы ауыр, — ти Ғабдрахман ағай.
Шулай икәнлеген белә-күрә ата-бабалар кәсебенә ҙур теләк менән килә ул. Умартасы кәрәк-яраҡтарын алдан йүнләп теүәлләп ҡуйһа ла, башҡа эш-мәшәҡәттәрҙән бушай алмай, 50 йәшендә генә теләген тормошҡа ашыра. Өс күс башҡорт тоҡомло бал ҡорттарынан башлап китә. Хәҙер умарталары өс тиҫтәнән ашҡан. Тәбиғәт һынауҙарына еңелеп ҡул һелтәмәй, ныҡышып бал ҡорттары менән гөж килеүенә инде 12 йыл. Бал ҡортоноң наҙы, тәрбиәһе үҙе ҙур мәктәп — умартасылыҡ серҙәренә был тармаҡтағы яҡшы белгес Мәҙинә Ибраһимованан һәм ҡорт тотҡан ауылдашы Мәсғүт Сафиндан өйрәнгән. Белгәндәре, туплаған тәжрибәһе менән хәҙер инде үҙе башлап тотоноусы шөғөлдәштәренә уртаҡлаша.
Умартасыға нәҙекәйбилдәрҙән дә бигерәк егәрле булыу шарт. Ғабдрахман Зәйнулла улы өсөн дә яҙғыһын умарталарын сығарыу менән тынғыһыҙ эштәр миҙгеле башлана. Себеште — көҙ, күстәрҙе яҙ һанайҙар, ти ул. Төбәктең тағы бер үҙенсәлеге: башҡа яҡтарҙа ҡорттарҙы март айында сығара башлаһалар, бында был эш, көндәр торошона ҡарап, апрелгә генә ҡала. Оҙайлы һыуыҡ ҡышта күстәр ныҡ көсһөҙләнһә лә, имен сыҡһалар бик яҡшы. Юғиһә, бал ҡорттарының ояһы менән һәләк булған йылдары ла була икән. «Бөтәһе лә бер Хоҙай ҡулында. Ризыҡҡа яҙмаһа, балһыҙ ҙа тороп ҡалыуың ихтимал. Булғанына шөкөр итә белергә кәрәк», — тип ризалыҡ ҡыла умартасы.
Ваҡыт-миҙгеленә ҡарап умарталарын күсереп йөрөтә Ғабдрахман ағай. Алмағастар сәскә атҡанда Асҡарға алып барып ултырта, йүкә балы артынан Бөрйән, Белоретты уҙып китеп, хатта Архангелгә барып етә, урман гөл-сәскәгә күмелһә, үҙҙәренең яғына алып ҡайта, баҫыу ситтәренә илтә. Эштәр күбәйеп, өлгөрә алмай киткәнендә, ҡатыны һәм улы Хөрмәт ярҙамлаша.
Уның ҡарауы, тынғыһыҙ тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе татлы. Өҫтәлдәренән хуш еҫле, мең ауырыуҙан дауа булған башҡорт балы өҙөлмәй Әбүбәкеровтарҙың. Башҡаланып айырым торған балалары, туғандар ризығына ла татлы ризыҡтан өлөш бүленә. Артҡанын магазиндарына һатыуға сығарыу менән алып бөтәләр. Һәр эшкә бисмиллалап тотонған умартасының балы хәләл һәм сифатлы, шәкәр ҡушылған алдыҡ түгеллегенә инанған даими һатып алыусылары баллы миҙгелде көтөп кенә тора.