Республика аграрийҙарының баҫыуҙарға минераль ашламаларҙы индереүҙе йылдан-йыл арттыра барыуы — "Ауыл хужалығы" милли проектының төбәктә киң ҡолас менән үтәлешен күрһәтә.
Быйыл республика хужалыктары 71 мең тонна минераль ашлама һатып алған, был уҙған йылдағынан 27 процентка күберәк. Һәр гектарға, уртаса республика буйынса, 26 килограмм тура килә.
Әбйәлил хужалыҡҡтары ла, фермерҙар ҙа баҫыуҙарҙы ашлауға етди ҡарай. Сөнки мул ашлаһаң ереңде, уңышты ла ул мул бирәсәк бит. Сергей Страцев, рамил Юлдыбаев, “Башаҡ”, “Красная башкирия” хужалыҡтары быға асыҡ миҫал.
Өҫтәүенә, ашламалар һатып алыуға киткән сығымдарҙы дәүләт субсидиялай. Былтыр ашлама алыуға киткән аҡсаның 85 процентына тиклем хөкүмәт кире ҡайтарҙы.