А/хужалығы
11 Май 2021, 05:01

Етен майҙаны артасаҡ

Һуңғы көндәрҙең ҡояшлы тороуынан файҙаланып, район хужалыҡтары, фермерҙар сәсеү агрегаттарын баҫыуға сығарҙы. Сәсеү менән бер рәттән баҫыуҙарҙа тупраҡты эшкәртеүсе техника ла эшләй.

Һуңғы көндәрҙең ҡояшлы тороуынан файҙаланып, район хужалыҡтары, фермерҙар сәсеү агрегаттарын баҫыуға сығарҙы. Сәсеү менән бер рәттән баҫыуҙарҙа тупраҡты эшкәртеүсе техника ла эшләй.
«Аграрий» йәмғиәте игенселәре сәсеүгә 3 майҙа уҡ төштө.
— Техника тулы әҙерлектә, яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған, орлоҡто кәрәкле күләменә еткерҙек, күпмелер һатып алырға ла тура килде. Шунһыҙ мөмкин түгел, сөнки һәйбәт уңыш алыу өсөн орлоҡтоң сифатлы булыуы мотлаҡ. Механизаторҙарға ҡытлыҡ юҡ, улар барыһы ла хужалыҡта күптән эшләгән тәжрибәле игенселәр, — тип башланы мөһим кампания барышы менән таныштырыуҙы «Аграрий» етәксеһе Наил Әхтәмов. — Бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып, сәсеүҙе ерҙә дым бар саҡта һәм сифатлы итеп башҡарырға ғына кәрәк.
Хужалыҡ баҫыуҙарында әлегә өс сәсеү комплексы эшләй. Ҡеүәтле К-700 тракторында Шамил Хәйбуллин ҡамыл сәскесе менән һоло сәсә, уға орлоҡ материалын КамАЗ машинаһында Кәрим Ҡасҡынбаев ташый.
Икенсе баҫыуҙы ошондай уҡ тракторҙа Юнир Йәһүҙин менән МТЗ-1221 техникаһында Владимир Любимов (һүрәттә) иңләй, улар етен культураһы сәсә.
— Етенгә һәр саҡ ихтыяж ҙур, хаҡы ла юғары. Шуға ла етен майҙанын арттырырға ҡарар иттек, быйыл ул 800 гектарҙы биләйәсәк, — тип дауам итә Наил Зиннәт улы.
В. Любимовтың тракторы туҡтауы булды, шул арала уның янына ГАЗ автомобиле килеп, заправкалаусылар Радик Ғайсин менән Тимур Әминев сәскестәргә етен орлоғон тултырып, техника шунда уҡ яңынан ҡуҙғалып та китте. Хужалыҡта һәр кемдең «яҙғы көндөң йылды туйҙырыуын» аңлап эш итеүен күрһәтә был.
Сәсеү агрегаттары үткән баҫыуҙарҙы шунда уҡ МТЗ тракторсыһы Айнур Фәритов катуклап бара.
Бер үк ваҡытта дым ҡаплау алып барыла, был эштә Т-150 тракторында Йәмил Ғәбитов юғары етештереүсәнлек күрһәтә.
— Радик менән Тимур орлоҡтарҙы ағыулау эшен башҡаралар, эшкәртелгән орлоҡто машиналарға тейәп оҙатып, заправкаларға ла өлгөрәләр. Ғөмүмән, хужалыҡта һәр кем үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән башҡара. Бындай егеттәр менән тауҙар аҡтарырға була, — тип, һәр эшсеһен тик маҡтап телгә ала Наил Зиннәт улы. — Нәҡ уларҙың тырышлығы менән киләһе уңышҡа ышаныслы нигеҙ һалына.
Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, 9 май байрамдарына тиклем һолоно сәсәү тамамланасаҡ. Унан һуң сират иген культураларына етә, шул уҡ ваҡытта етен сәсеү дауам ителәсәк. Быйыл хужалыҡ баҫыуҙарында шулай уҡ бойҙай, арпа, мал аҙығы культуралары урын аласаҡ.
— Йылдарҙың ҡоро килеүе сәсеү структураһына үҙгәрештәр индерергә мәжбүр итте. Быйыл көҙ баҫыуҙарҙы ныҡлап эшкәртергә тотонмаҡсыбыҙ, шунан инде артабан нимәләр сәсергә кәрәклекте күҙалларбыҙ. Ә әлегә планлаштырылған культураларҙы бураҙнаға уңайлы ваҡытта һалып ҡалыу мөһим, — ти Н. З. Әхтәмов.
Баҫыуҙа эшләүселәрҙе йылдағыса йылы аш менән тәьмин итеү ойошторолған, ашнаҡсылар бешергән ризыҡтарҙы махсус машинала эш урынына алып баралар.
Читайте нас