Бөгөн ҡайһы ғына тарафҡа юл алһаң да, район баҫыуҙарында ер эшкәрткән, бураҙналарға орлоҡ һалған техниканы күрергә мөмкин.
«Башаҡ» хужалығы баҫыуҙарында ла эштең ҡыҙған мәле: бер майҙанда культиватор таҡҡан тракторҙар йөрөһә, икенсеһендә етен, өсөнсөһөндө бойҙай сәсеү менән мәшғүлдәр, бәғзе бер урында химик утау бара.
— Яҙғы сәсеү эштәре бөтәһе 2700 гектар майҙанда башҡарыласаҡ. Һоло — 280, арпа — 350, бойҙай 700 гектарҙы биләйәсәк, — тип һөйләй хужалыҡ етәксеһе Ғаяз Шәғәлиев.
Иген культураларынан тыш 210 гектарҙа рапс ултыртасаҡтар.
— Рапсты былтыр сәсмәгәйнек. Ә был культураның һатыу хаҡы ла һәйбәт, алыусыһы ла һәр саҡ бар, шуға ҡайтанан ошо май культураһын игеүгә тотонорға булдыҡ. Шулай уҡ етен майҙанын да арттырып, уны 540 гектарҙа ултыртасаҡбыҙ, — ти Ғаяз Мәжит улы.
Хужалыҡ бөгөн малсылыҡ менән шөғөлләнмәй. Шулай ҙа мал аҙығына 200 гектар майҙанда тары сәсеүҙе планлаштырғандар.
— Хужалыҡта эшләгән механизаторҙар һәр ҡайһыһы тиерлек шәхси ихатаһында мал көтә. Уларҙы мал аҙығы менән тәьмин итеү ҙә — беҙҙең бурыс бит, — ти был хаҡта етәксе. — Ҡайтанан малсылыҡты тергеҙеү ҙә уйҙа юҡ түгел...
Бөгөн «Башаҡ» баҫыуҙарын өс сәсеү агрегаты иңләй. Шуныһы ҡыуаныслы, хужалыҡ етәкселеге йылдан-йыл техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бирә. Ошо көндәрҙә генә өр-яңы «Омичка» сәскесе ҡайтарылған. Ҡорамалды килтереү менән механизаторҙар уны бергәләп тиҙ арала йыйып, көйләп, икенсе көнөнә үк баҫыуға сығарғандар. Яңы сәскесте ҡеүәтле К-700 тракторында эшләгән Айсыуаҡ Искәнйәров эштә һынай: уның менән бураҙналарға бойҙай һала.
Беҙ хужалыҡҡа барғанда ошо агрегатты орлоҡ менән тултырыуҙарына шаһит булдыҡ. МТЗ тракторында Александр Ғәниев КамАЗ машинаһы арбаһындағы орлоҡ тултырылған тоҡтарҙы етеҙ генә алып, сәскестең банкаһына тура килтереп ҡуйыуы була, заправкалаусы Рәфҡәт Маҙһаров шунда уҡ тоҡтоң ауыҙын сисеп, ҡойолтоп та ебәрә. Әлбиттә, Айсыуаҡ та ҡарап ҡына тормай, тракторынан төшөп, уға ярҙамлаша ла башланы. Ни тиһәң дә, яҙғы көндөң һәр минуты ҡәҙерле шул. Орлоҡто ырҙын табағынан водитель Рәшит Хөббөтдинов ташый.
Йәнәш баҫыуҙа шулай уҡ бойҙай сәсеп йөрөгән Шәмсетдин Әсфәнйәровтың агрегатын орлоҡ материалы менән ГАЗ машинаһында Зиннәт Абдрахманов өҙлөкһөҙ тәьмин итә.
Дүрт тиҫтә йылға яҡын игенсе һөнәренә тоғро ҡалған Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Алмас Таһировты, һәр ваҡыттағыса, эш өҫтөндә осраттыҡ. Йылдағыса уға иң яуаплы эш йөкмәтелгән: етен сәсә ул. Радик Абдулхаҡов идаралығындағы «Алтай» тракторы ерҙе сәсеү алдынан эшкәртеп бара, уның артынса Алмас Талха улы К-700 тракторына эленгән етештереүсәнле «Томъ-10» агрегаты менән баҫыуҙы иңләй.
— Киңлеге 10,6 метр булған сәскестең орлоҡ һауыты ла күп һыйҙырышлы, иртәнсәк бер орлоҡ тултырып алһам, шул көнө буйына етә, — ти тәжрибәле игенсе.
МТЗ тракторҙарын йөрөткән Сәлим Искәнйәров менән Әхәт Хәсәнов баҫыуҙарҙы культивациялау менән мәшғүл.
Аэропорт янындағы баҫыуҙа «Туман-2» һиптергесендә Данир Ямалетдинов глифосат менән химик утау эштәрен башҡара.
Механизатор Мәүлит Моратшин менән Фәнис Дауытовҡа сәсеүлектәрҙе катуклау йөкмәтелгән.