«Урал аръяғы Агро МТС-ы»ның Әбйәлил филиалы баҫыуҙарында ла тотош райондағы кеүек сәсеү эштәре гөрләй. Предприятие игенселәре быйыл нигеҙҙә көнбағыш игеүгә йүнәлеш алған тиергә була. Был культура 4000 гектар майҙанды биләйәсәк, тиҙәр, шуға ла баҫыуҙа нигеҙҙә аралыҡлы культура сәсеүсе агрегаттар эшләүен күреү бер ҙә ғәжәп түгел.
Бер баҫыуҙы Ирәмән Төркмәнов, Ми-рас Хәсәнов һәм Айса Солтанғолов идара иткән сәсеү комплекстары кемуҙарҙан иңләй. МТЗ тракторҙарына эленгән ТСН маркалы сәскестәргә бер юлы орлоҡ та, минераль ашламалар ҙа һалына, йәғни сәсеү менән бергә ашлама ла индерелә. Сәсеү агрегаттарын ашлама, орлоҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү бурысы водитель Ноғман Хәлисовҡа йөкмәтелгән. Был эштә заправкалаусы Фирғәт Солтановтың да хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Был баҫыуҙарҙы сәсеү алдынан эшкәртеүҙә «Джон Дир» тракторында Ансар Хажин менән Ринат Рамазанов тәүлек әйләнәһенә сменалап эшләйҙәр. Рәхимйән Хоҙайбиргәнов иһә сәселгән майҙандарҙы катуклап бара.
Филиалдың Үләнде күленә йәнәш ятҡан баҫыуында эшләгән «Джон Дир» тракторына быйыл ғына һатып алынған юғары етештереүсәнле «HORSCH» cәскесе тағылған.
— Был баҫыу көҙҙән эшкәртелгәйне. Әле бына, күреүегеҙсә, киңлеге 10,8 метр булған яңы ҡоролма бер юлы ерҙе тыр-матып та бара, бураҙнаға орлоҡ та һала, ашлама ла индерә. Орлоҡто һәм минераль ашламаны билдәләнгән миҡдарҙа теүәл сәсеүе һәм тупраҡҡа тейешле тәрәнлеккә индереүе менән отошло был агрегат эште тиҙ һәм сифатлы башҡарырға мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ, — ти предприятиеның баш агрономы Ф. Ф. Харрасов. — Һынау осоронда бер сменала 77 гектар эшләнеш биргән «Хорш»тың киләсәктә етештереүсәнлеген сменаһына 100 гектарға еткереүгә өлгәшергә тейешбеҙ.
Был сәсеү агрегатын һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында уның эше ике сменала ойошторолған. Яңы агрегат тәжрибәле механизаторҙар Ирәмән Уйылданов менән Камил Килдейәровҡа ышанып тапшырылған.
Баш агроном әйтеүенсә, 1318 гектар майҙанды бойҙай биләйәсәк. Төп иген культураһын сәсеү ҙә тәүлек әйләнәһенә бара, бында «Джон Дир»ҙарҙа Сабир Солтанов менән Радмир Әлимғужин, Илфат Хәлилов менән Вәзир Моталов алмашлап эшләй.
Шулай уҡ парға ҡалдырылған бер мең гектар ер киләһе уңышҡа эшләйәсәк.
Яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашҡандар өсөн предприятиела бөтә шарттар булдырылған.
— Орлоҡ бар, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгәнбеҙ. Минераль ашламалар бер гектарға 80 килограмм иҫәбенән индереүгә етерлек алынған, — ти производство бүлеге мө-дире Ишморат Ямалов. — Механизаторҙар — элек-электән предприятиела эшләп килгән тырыш, эшсән егеттәр. Тимәк, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, сәсеүҙе уңайлы ваҡытта һәм ойошҡанлы атҡарып сығырға ҡала.
Сәсеүгә Әбйәлил филиалында 5 май төшкәндәр. Ишморат Мәһәҙей улы әйтеүенсә, тәүге сәселгән баҫыуҙарҙа көнбағыш бер тигеҙ, дәррәү шытып сыҡҡан.
— Уларҙың ныҡлап күтәрелеүе өсөн ямғырҙар кәрәк инде, — ти И. М. Ямалов. — Яуым-төшөм ваҡытында булһа, мул уңышҡа өмөт бар.
Яҙғы баҫыу эштәрендә ҡатнашҡандар өсөн эш кенә түгел, һәйбәт көнкүреш шарттары бар. Тынғыһыҙ эш мәлендә өй-ҙәренә ҡайтып ваҡыт уҙғармай игенселәр, уларға баҫыу станында ҡуйылған будкаларҙа йоҡлау урындары булдырылған. Көн оҙоно эҫелә саң йотоп эшләгән игенселәр өсөн һәр көн кис мунса яғыла, асығып-талсыҡҡандар өсөн ашнаҡсылар Хәснә Махийәнова һәм Нәлифә Мәхмүтованың тәмле, йылы аштары һәр саҡ әҙер. Уларҙың берәүһе стандағы эшселәрҙе ашатһа, икенсеһе автобус водителе Йәғәфәр Ильясов менән ҡыҙыу эш өҫтөндә булғандарҙы урынға алып барып һыйлайҙар. Алыҫ баҫыуҙа эшләгәндәргә ризыҡты Ишморат Мәһәҙи улы үҙе ташый.