А/хужалығы
20 Мая 2021, 11:17

Аграрийҙарға льготалы кредит

Башҡортостан аграрийҙары ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән льготалы кредит алыуға биргән ғаризаларының 300-гә яҡыны ыңғай баһаланып туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан аграрийҙары ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән льготалы кредит алыуға биргән ғаризаларының 300-гә яҡыны ыңғай баһаланып туғыҙ миллиард һумдан ашыу аҡса аласаҡ.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры, Ауыл хужалығы министры Ильшат Фазрахманов белдереүенсә, агросәнәғәт предприятиеларын кредитлау программаһында Мәләүез, Әбйәлил, Федоровка, Кушнаренко, Илеш, Дәүләкән, Бүздәк, Бишбүләк, Йәрмәкәй һәм Стәрлетамаҡ райондары әүҙем ҡатнаша.
“Башҡортостан Республикаһы ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһына ярашлы бирелгән льготалы кредиттар ярҙамында ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы баҫыу эштәрен үҙ ваҡытында башҡарып, йәйге һәм көҙгө баҫыу эштәрен тотҡарлыҡһыҙ атҡарасаҡ. Йылына 1-ҙән 5 процентҡа тиклем ставкалы кредиттың, 90 процент ставка өлөшөн дәүләт ҡаплай.
Читайте нас