Рамил Юлдыбаевтың фермер хужалығы ҡырсылыҡ менән дә, малсылыҡ менән берҙәй шөғөлләнә. Бөгөн баҫыуҙарҙа сәсеү эштәре дауам итә, тик ҡоро һәм эҫе көндәр уңышҡа әллә ни өмөтләндермәй. Малсылыҡ тармағы иһә малдар ваҡытында тәрбиәләнеп, һыйырҙар һауылып, ҡулланыусыға сифатлы продукция оҙатылып торһа, көн дә ҡулаҡса килеүе менән отошло.
Аҙна башында фермер хужалығында булғанда, игенселәр бойҙайҙы һуңғы гектарҙарҙа бураҙнаға һала ине. Фермер Рамил Юлдыбаев әйтеүенсә, бойҙай бөтәһе 1000 гектарҙы биләйәсәк. Арпа менән етен дә ошондай уҡ майҙандарҙа сәселгән. Һоло иһә 500 гектарҙа ултыртылған.
— Эҫелек арҡаһында, сүп үләндәре дәррәү генә баш ҡалҡытты, шуға күрә сәсер алдынан баҫыуҙарҙы ҡый үләндәренә ҡаршы эшкәртергә тура килде. Өҫтәүенә, тупраҡты химик препараттар менән эшкәрткәндә ҡояштың ныҡ ҡыҙҙырмауы һәм көслө ел булмауы шарт, шуға ла һиптергесле техниканың тик төнгө сменала эшләүен ойошторҙоҡ, — тип һөйләй Рамил Рәжәп улы.
Сәсеү эштәрен нигеҙҙә Томь-10,6 сәскесен элгән «Бюллер» тракторы менән атҡарып киләләр. Унда Ильяс Ялалов (һүрәттә) менән Алик Хәсәнов алмашлап эшләйҙәр.Сүп үләндәренә ҡаршы эшкәртеүҙә МТЗ тракторында Динар Хәкимов менән Юлай Әхмәтов йөрөй. Химик препараттарҙан иҙмә әҙерләү өсөн Урал Түлебаев һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә.
— Йыл бик ҡатмарлы килә. Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн дым бар. Тик артабан да ямғырҙар яумаһа, хәлдең нисек булырын күҙаллауы ауыр, — тип борсола фермер.
Малсыларҙың үҙ хәстәре: һыйырҙарҙан мөмкин тиклем мулыраҡ продукция алыу, һимертеүҙә булған малдарҙы юғары көрлөккә еткереү өсөн тырышалар. Бында һауын һыйырҙар бәйҙә аҫырала, тана-торпо, һыуалған һыйырҙар йәй көндәре базала тотола. Фермер һыйыр ҡураһын заманса үҙгәртеүгә өлгәшкән. Түбәһен бейегәйткәс, бинала яҡты булып ҡалған. Һыйырҙарҙы һауыу ҙа заманса аппараттарҙа башҡарыла. Алынған продукция торбалар аша шунда уҡ һөт блогына оҙатылып тора. Ҡурала тиреҫ таҙартыу ҙа автоматлаштырылған: малдарҙың тиреҫе шнектар ярҙамында бункерға китеп тора, унан инде баҫыуҙарға сығарыла. Яңы тыуған быҙауҙар һыуыҡ ысул менән тәрбиәләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы айырым ситлектәрҙә тотола.
Һауын һыйырҙарға рационда ҡаралған бөтә төр аҙыҡ бутағысҡа һалынып, туралып, болғанғас, алдарына — мал аҙығы өҫтәленә трактор ярҙамында ғына таратып сығыла. Был яуаплы эш күптән түгел Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Таштимерҙәге филиалын тамамлап, ҡулына тракторсы-машинист танытмаһын алған Ильяс Батыршинға йөкмәтелгән.
— Йәш булһа ла, үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы, урын еренә-еткереп башҡарыуы менән айырылып тора егетебеҙ, — тип маҡтайҙар уны малсылар.
Һауынсылар Нурзифа Хәкимова, Гөлгөнә Сәйфуллина, Зөбәржәт Ғибаҙуллина алмашлап эшләйҙәр. Таҙа һәм сифатлы продукция көн һайын иртәнсәк Магнитогорск һәм Сибай ҡа-лаларына оҙатылып, фермерҙың ошо ҡалаларҙа асылған сауҙа нөктәләренә ҡуйыла.
Ғәлим Солтанов, район башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары:
— Тотош республикалағы кеүек беҙҙең районда ла сәсеү кампанияһы тамамланыуға яҡынлаша. «Башаҡ», «Әбйәлил дәүләт сорт участкаһы», «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы кеүек ҙур предприятиелар, шулай уҡ ҡайһы бер фермерҙар сәсеү эштәрен теүәлләне. Ошо көндәрҙә башҡаларҙың яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауы көтөлә. Сәсеүҙе мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡытта һәм сифатлы итеп үткәрергә тырыштыҡ, тик көндәрҙең яҙ башынан ныҡ эҫе тороуы культураларҙың торошона кире йоғонто яһай. Сәсеп барабыҙ, ике-өс көндә орлоҡтар шытып та сыға. Әммә эҫе ҡояш нурҙарынан баҫыуҙарҙы ҡый үләндәре баҫты, ҡоротҡостар ҡотора. шуға күрә бөгөн баҫыуҙарҙы тәрбиәләү эшенә тотондоҡ. Һәр ерҙә тиерлек сәсеүлектәрҙе химик препараттар менән эшкәртеү алып барыла. Хәҙер ер кибә, дым китә башланы, шуға күрә ҡалған майҙандарҙа тупраҡҡа тәрәнерәк итеп сәсәләр.
Бөгөн районда нигеҙҙә ҡарабоҙай, тары кеүек культураларҙы бураҙналарға һалырға ҡалған.
Көндәрҙең саманан тыш эҫелеге мал аҙығы культураларының алдан өлгөрөүенә килтерә. Уларҙы сәскәгә төймәләнер алдынан, йәғни сәскә атыр алдынан сабырға кәрәк. Шуға тиҙҙән был мөһим кампанияны башларға ваҡыт етә.