Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән "А7 Менеджмент" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәттәшлек алып барырға килеште.
Документҡа вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов менән йәмғиәттең генераль директоры Алексей Комаровских ҡул ҡуйҙы.
“А7 Менеджмент” республиканың агросәнәғәт комплексындағы ҙур инвесторы булып тора. Компанияның “А7 Агро-Рб” төбәк предприятиеһы Башҡортостандың ете районында етештереү эшмәкәрлеге алып бара. Уның төбәктә хеҙмәт күрһәтеүе ваҡытында 200-ҙән ашыу яңы эш урыны булдырылды, бер миллиард һум самаһы инвестиция йүнәлтелде", – тине Илшат Фәзрахманов.
Компанияның үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтарындағы яңы программаһы Балтас районында тормошҡа ашырыласаҡ. Агротехника алыу өсөн инвестиция күләме 500 миллион һум күләмендә баһалана. Шулай уҡ инвестор 200 миллион һум самаһы аҡсаны Бишбүләк районы проекттарына ебәрәсәк.